Былтыр күбәләк йонсотһа, быйыл — ҡарышлауыҡ16.05.2013
Миәкә районы халҡы ғәҙәти булмаған ҡара ҡарышлауыҡтарҙың күплегенә зарлана. Бөгөнгө көндә улар яҙғы үлән менән генә туҡлана, әммә баҡсасылар буласаҡ уңыш өсөн борсола. Бөжәктәрҙең төрөн ғалимдар әлегә асыҡлай алмай.

— Рапс япрағы мыры хаҡында һүҙ баралыр, моғайын, — тип фаразлайҙар Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең төбәк филиалында. — Был бөжәк көньяҡ-көнбайыш райондарҙа былтыр уҡ таралғайны. Баҡсасылар өсөн ул әллә ни хәүеф тыуҙырмай.
Районда йәшәгән Светлана Сотникова әйтеүенсә, әлегә тиклем бындай йән эйәләре бер тапҡыр ҙа күренмәгән. Ҡырҡыу еҫ килгән бөжәктәрҙе ҡоштар ҙа ашамай.
Район хакимиәтендә билдәләүҙәренсә, әлеге ҡарышлауыҡ япраҡ мырына оҡшамаған.
— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның төрөн аныҡ ҡына билдәләй алманыҡ, — ти хакимиәт башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Ғәлинур Сатыев. — Әйткәндәй, көндәрҙең һалҡын тороуы арҡаһында ҡарышлауыҡтар күпләп ҡырылды.
Бөжәктәр һөжүме йылдан-йыл арта бара тиерлек. Былтыр баҡсасылар энәлек һәм болон күбәләктәренән зыян күргәйне. Саҡырылмаған ҡунаҡтар быйыл да килерме?
— Ниндәй ҙә булһа фараз ҡылыу еңелдән түгел, — ти биология фәндәре докторы Владимир Книсс. — Етди тикшеренеүҙәр үткәрергә кәрәк. Ә беҙҙә улар уҙғарылмай.
Синоптиктар билдәләүенсә, йәй йылы булмаҡсы, тимәк, бөжәктәр өсөн яҡшы шарттар тыуа. Саранча күбәйәсәк, тигән фекерҙә ғалимдар. Ә бына энәлек күбәләгенә килгәндә, ике йыл дауамында уларҙың һөжүм итеү осрағы теркәлмәгән.
Ҡоротҡостарға ҡаршы көрәштә химик препараттар ҡулланырға кәңәш итә агрономдар. Үҫентеләрҙе иртә яҙҙан уҡ эшкәртергә кәрәк.
— Әлбиттә, химияны бик һаҡ файҙаланыу зарур. Һәр препараттың тәьҫир итеү осоро бар. Үҫемлектәрҙе эшкәрткәндән һуң бер аҙ ваҡыт үткәс кенә уңышты йыйырға мөмкин, — ти химия фәндәре докторы Марс Сәфәров.


Вернуться назад