Конкурста ҡатнаш та дәүләттән ярҙам ал16.05.2013
Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы илебеҙҙәге юғары уҡыу йорттарының конкуренцияға һәләтен арттырыу өсөн дәүләт ярҙамы күрһәтеүгә конкурс үткәреү хаҡында белдерҙе.
Бүленгән аҡса тикшеренеү мөмкинлектәрен арттырыуға, сит илдәрҙәге һәм Рәсәйҙәге университеттарҙа, ғилми ойошмаларҙа ҙур тәжрибә туплаған уҡытыусыларҙы, студенттарҙы, шулай уҡ йәш хеҙмәткәрҙәрҙе йәлеп итеүгә, аспирантура, докторантура эшмәкәрлеген камиллаштырыуға йүнәлтеләсәк тип күҙаллана. Ғаризалар 10 июнгә тиклем министрлыҡта ҡабул ителә. Еңеүселәр 12 июлгә тиклем билдәләнәсәк.