Хеҙмәтенә күрә — хөрмәте16.05.2013
Рәсәй Федерацияһы Президенты указдары менән ауыл хужалығы өлкәһендәге хеҙмәттәре һәм оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәндәре өсөн Баймаҡ район һәм ҡала ветеринария станцияһының Йылайыр ветеринария дауаханаһы мөдире Шәйәхмәтов Ғәлимйән Сәлимйән улына — “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре”, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге хеҙмәттәре һәм оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне өсөн Өфө ҡалаһының Яһалма ҡоролмаларҙы йүнәтеү һәм тәртиптә тотоу буйынса махсус идаралығы аккумуляторсыһы Наумов Валентин Михайловичҡа — “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәре”, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге хеҙмәттәре һәм оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне өсөн Башҡорт дәүләт медицина университетының кафедра мөдире Ғәлимов Олег Владимировичҡа — “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған врачы”, физик культураны һәм спортты үҫтереүҙәге хеҙмәттәре һәм оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне өсөн Стәрлетамаҡ физик культура техникумы уҡытыусыһы Кәшәфетдинов Марат Сабир улына “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемдәр бирелде;
һыуға батып барған балаларҙы ҡотҡарғанда ҡыйыулыҡ һәм тәүәккәллек күрһәткән өсөн Ишембай районының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы Ғәлиев Айнур Марс улы “Һәләкәткә осрағандарҙы ҡотҡарған өсөн” миҙалы менән бүләкләнде.


Вернуться назад