Талпан ҡорбандары арта16.05.2013
Талпан ҡорбандары артаБашҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, әле үк 2 027 кеше, талпан тешләү сәбәпле ярҙам һорап, медицина ойошмаларына мөрәжәғәт иткән. Шуларҙың 32 проценты — балалар.

Эпидемиологтар әйтеүенсә, һан былтырғынан юғарыраҡ түгел. Ярҙам һораусыларҙың 22 процентына прививка .
Гигиена һәм эпидемиология үҙәге лабораторияһында 1 апрелдән алып 1 066 талпан тикшерелгән, шуның 71-ендә энцефалит вирусы барлығы асыҡланған. Әлегә кешеләр араһында ундай ауырыуҙы йоҡтороусылар теркәлмәгән.
Белгестәр хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү хаҡында иҫкәртә. Урманға еңле, аҡ төҫтәге кейем, оҙон ҡуңыслы итек менән сығырға кәңәш ителә.


Вернуться назад