Бынан ике йыл элек дәүләт һәм муниципаль учреждениеларҙа хеҙмәткә түләүҙең өр-яңы системаһы индерелгәйне. Ошо тәжрибәне өйрәнергә Өфөгә Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығы, башҡарма властың башҡа федераль органдары, профсоюз вәкилдәре килде.
— Беҙ 25 төбәктә ошондай уҡ кимәлдә тикшеренеүҙәр үткәрҙек. Төп маҡсатыбыҙ — башланған эштең дөрөҫлөгөн, сифатын тикшереү. Яңы система хеҙмәт хаҡы күләменә нисек тәьҫир иткән, түләүҙә өҙөклөктәр юҡмы, эш хаҡының даими фонды булдырылғанмы — беҙ был һорауҙарҙың барыһына ла яуап табырға тейешбеҙ. Етәкселәрҙең һәм төп эшсе көстөң хеҙмәт хаҡындағы айырма, берҙәм штат расписаниеһы, хеҙмәткә түләүҙәрҙең үҫеше кеүек күп мәсьәләләрҙе өйрәнәсәкбеҙ, — тине комиссия етәксеһе, Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығының Эш хаҡы, хеҙмәтте һаҡлау һәм социаль үҫеш департаменты директоры Наталия Жарова.
Әле илебеҙҙең 72 төбәгендә дәүләт һәм муниципаль учреждениеларҙың 85 проценты хеҙмәткә түләүҙең яңы системаһына күскән. Яңылыҡ власть органдары тарафынан өҫтәмә средстволар бүленеүен талап итә. Республика Хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә департамент етәксеһе был йәһәттән Башҡортостандың алдынғылар рәтендә килеүен билдәләне.
Бөгөн илдә яңы система буйынса түләүҙәрҙең 40,3 процентын вазифа окладтары биләй. Дәртләндереү һәм компенсация түләүҙәренә 40 һәм 19,7 процент тура килә.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов әйтеүенсә, республикала вазифа окладтарына түләүҙәр 41 процент тәшкил итә, компенсация түләүҙәренә — 24,4, дәртләндереүгә 34,5 процент тотонола. Мәҫәлән, мәғариф өлкәһендә уртаса айлыҡ хеҙмәт хаҡы быйылғы 10 ай эсендә былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда — 15,1, һаулыҡ һаҡлау һәм социаль өлкәлә 15,8 процентҡа артҡан.
Д. ҒӘБДРӘХИМОВА.