Күҙ-ҡолаҡһыҙ ҡалмаясаҡтар16.05.2013
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова Балаларҙың, үҫмерҙәрҙең һәм йәштәрҙең ялын, мәшғүллеген тәьмин итеү, уларҙы һауыҡтырыу буйынса ведомство-ара республика комиссияһы ултырышын үткәрҙе.
— Быйыл балаларҙың йәйге ялын ойоштороуға республика ҡаҙнаһынан 1,4 миллиард һум аҡса бүлеү, 400 мең баланы йәйге сараларға йәлеп итеү күҙаллана, — тине Лилиә Салауат ҡыҙы.
Вице-премьер билдәләүенсә, быйылғы һауыҡтырыу кампанияһында лагерҙарға оҙатылғандарҙың ғына түгел, ҡалала ҡалған йәки туғандарына юлланған балаларҙың да ялын ойоштороуға баҫым яһаласаҡ.
— Айырыуса ауыл ерендәге мәҙәниәт һәм мәғариф учреждениеларын ошо эшкә йәлеп итеү ҡарала, сөнки каникулда балалар, ғәҙәттә, ауылда йәшәгән олатай-өләсәйҙәренә ҡайта. Ҡағиҙә булараҡ, улар буш ваҡытын нисек теләй шулай үткәрә. Һөҙөмтәлә бәхетһеҙ осраҡтар арта, — тине Лилиә Ғүмәрова.
Ултырышта муниципалитет вәкилдәре, балаларҙың ялы менән шөғөлләнгән ойошма етәкселәре ҡатнашты. Объекттарҙы әҙерләү мәсьәләһенә килгәндә, балалар һәм йәштәр өсөн 2 873 учреждение асыу күҙаллана. Улар санитария, янғын хәүефһеҙлеге йәһәтенән тикшереләсәк. Педагогик кадрҙар һайлауға һәм әҙерләүгә айырым иғтибар бирелә. Башҡортостандың Мәғариф министрлығы ошо маҡсатта райондарҙа уҡыу-уҡытыу үҙәктәре асырға ниәтләй.