Алданған өлөшсөләрҙе эҙләйбеҙ16.05.2013
Өфө полицияһы “ЮжУралРесурс” коммерция компанияһы хужаһының ғәмәлдәренән зыян күргән кешеләрҙе эҙләй.
“Эшҡыуар” баш ҡаланың күсемһеҙ милек баҙарында законһыҙ эш иткән. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфөләге идаралығында хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә полицияға уның өҫтөнән туғыҙ кеше ғариза яҙған. Дөйөм алғанда, 20 миллион һумлыҡ зыян күрелгән булған.
Был кешеләргә Өфөнөң Карл Маркс урамындағы фирма офисында төҙөлгән килешеү нигеҙендә яңы йорттарҙағы фатирҙарҙы баҙарҙағынан арзаныраҡ хаҡҡа һатҡандар. Аҙаҡ был торлаҡҡа икенсе кешеләр эйә булыуы, ә “ЮжУралРесурс” компанияһы хаҡында төҙөүселәрҙең бер ни ҙә белмәүе асыҡланған.
Эске эштәр министрлығының Өфөләге идаралығы хеҙмәткәре Тимур Чанышев әйтеүенсә, фирма етәксеһе клиенттарҙан ҡасып китмәгән, әлеге хәлде ваҡытлыса ҡыйынлыҡтар менән аңлата, икенсе йорттан фатир бирергә вәғәҙә итә. Шулай ҙа алданған өлөшсөләр полицияға мөрәжәғәт итеүҙе хәйерле тип һанай. Әле 28 йәшлек “эшҡыуар”ға ун йылға иркенән мәхрүм ителеү янай. Уның законһыҙ ғәмәлдәренән зыян күргәндәрҙең баш ҡала полицияһындағы дежур бүлеккә хәбәр итеүен һорайбыҙ. Телефондар: 237-19-60, 278-86-66.