Төрлө кешене осратырға мөмкин. Берәүҙәр бөтә нәмәгә ризаһыҙлыҡ белдерһә, икенселәр, йәшәүҙән йәм табып, күңеленә ятҡан шөғөлдө үҙ итә. Әбйәлил районының Хәмит ауылында йәшәүсе Рәфҡәт Һаҙыев, мәҫәлән, йүкәнән һәм ҡарағастан ҡымыҙ, буҙа һаҡлау өсөн көбөләр, кәбеҫтә тоҙларға мискәләр, шулай уҡ бал батмандары яһай. “Мине хәҙер тотош Башҡортостан белә: эшләгән әйберҙәремде һорап Туймазы, Бәләбәй, Ауырғазы яҡтарынан, Өфөнән килеүселәр ҙә бар”, — ти ул.
Оҫтахана ҙур түгел. Көндәр нисек кенә тормаһын, бында эш ҡайнай. Мейес янына һөйән киптереүгә ҡуйылған, эшләнә башлаған көбөләр урын алған, өҫтә — әҙер әйберҙәр. Әйтерһең дә, магазин кәштәләренән үҙеңә кәрәклеһен һайлайһың! Ниндәй генә ҙурлыҡтағыһы юҡ — йәнең теләгәнде ал! Хатта ҡымыҙ һәм буҙа бешеүселәргә бешкәген дә әҙерләгән оҫта. Бер яҡ ситтәрәк ҡыҙылыраҡ көбөнөң башҡаларҙан айырылып тороуын күргәс, ҡыҙыҡһыныуымды еңә алмай, Рәфҡәт ағайҙан был турала һораным. Баҡтиһәң, ҡарағастан яһалған көбө ҡыҙғылт төҫтә була икән. Йүкәнән эшләнгәндәре иһә ап-аҡ, урман еҫе аңҡып тора, матурлығы һушты ала. Рәфҡәт Һаҙыевтың әйтеүенсә, һуңғы ваҡытта Магнитогорск ҡалаһының кафе, ресторан хужалары махсус заказдар буйынса байтаҡ кәрәк-яраҡ эшләтеп алған. Ағас һауытта кәбеҫтә тоҙларға теләүсе ҡатын-ҡыҙ йылдан-йыл арта икән. Бигерәк тә йүкәнән яһалған мискәлә кәбеҫтәнең әсемәүе, ҡыярҙың әскелтем генә булып һаҡланыуы — уңған хужабикәләр ҙә аңлата алмаҫлыҡ сер.
Һүҙгә хужаның ҡатыны Венера апай ҡушыла: “Былтыр йәй бесәнгә һыуҙы 5 литрлыҡ йүкә һауытта алып йөрөнөк. Ышанаһығыҙмы-юҡмы, һыу һалҡын килеш һаҡланды, хатта үҙебеҙ ҙә аптыраныҡ”, — ти.
Бындай әйберҙәрҙе етештереү оҫтаға еңел бирелмәй. Йәй көнө урмандар буйлап йөрөп үҙенә кәрәкле йүкә ағастарын һайлай, көҙ уларҙы киптерә, формалар яһай, ә ҡыш оҫтаханаһында тир түгә. Иманым камил, көҙгөлөккә бәшмәк, кәбеҫтә, ҡыяр тоҙлау, буҙа һәм ҡымыҙ бешеү өсөн Рәфҡәт Һаҙыевтың көбө мискәләре ҡулай. Иң мөһиме — ата-бабабыҙҙан ҡалған кәсеп һаҡлана, ә уны тергеҙеү үҙебеҙҙән тора. Оҫталарыбыҙҙы эҙләп табып, уларҙы халыҡҡа сығарыу, әйберҙәрен һатып алыу, эштәренең кешегә кәрәкле икәнлеген төшөндөрөү ҙә файҙаға булыуын онотмайыҡ.