Миәкә районындағы Садовый почта бүлексәһенә ҡараған Бөрйән-Сатай ауылы почтальоны Розалия Ғәйнуллина һөйләй:
– Замананың ниндәй булыуы — ауырмы ул йәки еңелме — халыҡтың йәшәйешендә асыҡ сағыла. Көн һайын тигәндәй кешеләр менән тығыҙ аралашҡас, быны һәйбәт тоябыҙ. Бер генә миҫал: элек гәзит-журналға көс саҡ етә торғайны, ә хәҙер, йәшермәйем, почтальон сумкаһы күҙгә күренеп йоҡарҙы. Сәбәбе – күптәр хәҙер матбуғат баҫмаларын алдырмай. Әйтеүҙәренсә, Интернет ярҙамында донъялағы хәл-ваҡиғаларҙы, үҙгәрештәрҙе тиҙ арала белергә мөмкин. Икенсенән, әгәр матбуғатҡа яҙылмауҙы баҫмаларға хаҡтың ҡиммәт булыуы менән аңлаталар икән, тулыһынса килешәм. Ауылда ҡулаҡсаны уҡытыусылар, балалар баҡсаһында эшләүселәр, клуб хеҙмәткәрҙәре генә ала. Минең хеҙмәт хаҡым – 2100 һум. Бүтәндәр ни эшләргә тейеш? Эш урынының юҡлығы бәкәлгә һуға шул. Өсөнсөнән, гәзитте алдырыусыларҙың күбеһе пенсионер, улар хәрефтәрҙең ваҡлығына зарлана, уҡый алмайбыҙ, тиҙәр. "Башҡортостан" гәзитен алдырыусы Флүрә Вәлиева, Рауил Шәйғәрҙәнов, Зәриә Аҡбәрова, Флүрә Килдейәроваларҙың барыһы ла хаҡлы ялда. Балалар баҡсаһы мөдире Асия Хажиева ла һеҙҙең баҫмаға йыл да яҙыла. Ғөмүмән, Садовый ауыл Советында "Башҡортостан"ды 17 кеше алдыра.
Почтаны шишәмбе, шаршамбы, йома һәм шәмбе таратам. Эштә әллә ни ҡыйынлыҡ юҡ. Ҡыш беҙҙә урамдар көрәлә, хужалар почта йәшнигенә тиклем юлды таҙартып ҡуя. Эттәр ҙә урам ҡыҙырып йөрөмәй, бәйҙә тотола.