Әсәй менән сәй эсеү ҙә бәхет16.05.2013
Яй ғына барған автобус боҙолдо, ахырыһы. Шофер сыҡты ла тәгәрмәстәрен ҡарай башланы, пассажирҙар ҙа тышҡа һибелде. Эргәмдә торған ҡатын әсәләре янында йүгерешеп уйнаған балаларға һоҡланып баға. "Бер ҡайғыһыҙ саҡ! Бәхетле әсәй менән бергә кисергән матур ғүмер", — тип ҡуйҙы ул һәм күҙҙәренән йәш эркелеп сыҡты.
— Ни булды һеҙгә? — тип һорағанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым.
— Минең исемем Әнисә. Бынау балаларға ҡарап шатланам, ә үҙемдең бәхетһеҙ бала сағымды иҫкә төшөрһәм, йөрәгем әрней, — тип ҡатын илай-илай һүҙен дауам итте. — Әсәйемде биш балаһы менән ташлап, атай булған кешебеҙ икенсе ғаилә ҡорҙо. Бер йылдан машинанан тапалып саҡ үлмәнем. Аяҡ-ҡулым иҫән ине, ләкин башыма зыяны ҙур булды. "Был балаға уҡыу өсөн айырым мәктәп бар, шунда урынлаштырығыҙ", — тип уҡытыусылар документтар йыйҙы. Ни хәл итәһең инде, әсәйҙән, тыуған ауылымдан, туғандарымдан айырылып, Башҡортостандың төпкөл районына юлландым. Улар менән хушлашҡан минуттарым әле булһа хәтергә төшөп, йөрәгемде өйкәй. "Ярай, ҡыҙым, уҡырға тырыш, эргәңә барып торорбоҙ", — тип йыуатһалар ҙа, ул саҡ автобус һирәк йөрөнө, киткән ерем дә бик алыҫ ине.
Шулай итеп, сит балалар араһына килеп эләктем. Ете йәшлек сабыйға ғаилә йылыһынан айырылып икенсе мөхиткә килеп кереү үлемгә бәрәбәр. Төшөмдә әсәйемде йыш күрҙем: мейесте тоҡандырып, ашарға әҙерләй, самауыры шыжлап ҡайнай, эргәлә бесәй мырылдай, шунан күмәкләп сәй эсәбеҙ. Был хәл ожмахтай булып тойола ине. Әсәйҙән дә ҡәҙерле кеше бармы икән донъяла?!
Балалар йортонда ғазаплы көндәрем башланды. Кеше балаһы сит әҙәмгә ҡәҙерлеме ни?! Минең һымаҡ яҙмышлылар бик күп. Тәүге айҙарҙа буҫығып илап уяндым, мендәрем күҙ йәшенә мансыла ине. Йәйге каникулға ғына ҡайтаралар, ул көндәрҙе түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ. Йыл артынан йыл үтте, балалар йортонда йәшәүемә лә күнегә төштөм. Бында һыйыр аҫранылар. Эшкә тырыш ҡына инем, шул һыйырҙарҙы һауышҡас, ҡулға аҙыраҡ аҡса төшә башланы. Эргәңә килә алмайбыҙ, балам, юлға аҡса юҡ, тигәс, ошо аҡсаларҙы ҡәҙерләп йыя торғайным.
Тәрбиәселәр араһында ла төрлөһө бар бит. Беҙҙеке уҫал, балаларға ғәмһеҙ булды. Бер мәл ашханала һауыт-һаба йыуып, дәрескә һуңланыҡ. Теге беҙҙе ялан аяҡ һыуыҡ бүлмәгә бикләп ҡуйҙы. Шул тиклем өшөнөк, теш тешкә теймәй. Ҡысҡыра башланыҡ, түҙерлек хәл ҡалманы. Шул саҡ беҙҙең тауышты ишетеп, ҡарауылсы асып сығарҙы. Күгәргән иренебеҙҙе күреп, ҡото осто. Теге вәхшиҙән үс алырға булдыҡ.
Ниһайәт, йөрьәт иттем. Ҡанһыҙ тәрбиәсе яратып кейгән костюмында (ул саҡта йүнле кейем дә юҡ) яйлап ҡына коридорҙан тыҡ-тыҡ баҫып килә ине. Биҙрәләге гөлдө ипләп кенә һурып алдым да тупрағын бүҫкәрттем, өс сүместәй һыу өҫтәп, теге тәрбиәсенең башына ҡапланым! Ул мине һөйрәп тигәндәй директор бүлмәһенә индерҙе, үҙе илай. Ә миндә ҡурҡыу тойғоһо ла, ҡаушау ҙа юҡ. Директор алып ҡалып сәбәбен һорағайны, бөтәһен дә һөйләп бирҙем. Ошо ваҡиғанан һуң был тәрбиәсе беҙгә ҡарашын үҙгәртте...
Бөгөн күпме бала әсәйһеҙ, атайһыҙ үҫә. Уларҙың хәлен үҙе кисергән кеше генә аңлайҙыр.
— Һеҙҙе осратыуыма бик шатмын, балалыҡтың ауыр минуттарын, әсәйһеҙ үткән мәлдәрен һөйләп, күңелемде йыуаттым. Хәҙер инде әсәйем баҡыйлыҡҡа күсте, — тип хушлашты минең менән Әнисә.
Эй, яҙмыш, яҙмыш! Кеше ғүмере үҙе бер китап, роман яҙырлыҡ бит ул.
Автобустың вокзалға килеп еткәнен һиҙмәй ҙә ҡалғанбыҙ. Әнисә менән бик йылы хушлаштыҡ. Уныҡы кеүек яралы яҙмыштар булмаһын ине ер йөҙөндә.