Берлинды кем алған?15.05.2013
Февралдә Мәскәүҙә Милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет ағзалары менән осрашыуында Рәсәй Президенты Владимир Путин урта мәктәптәр өсөн тарих буйынса берҙәм дәреслектәр булдырыу тураһында һүҙ ҡуҙғатып, әсбаптарҙа Рәсәй яҙмышы төрлө милләт халҡының, уларҙың милли традицияларының һәм мәҙәниәтенең берләшеүе нигеҙендә хасил булғанлығын тәғәйен миҫалда күрһәтелергә тейеш, тигәйне.

Уның фекеренсә, бөтә дәреслектәрҙе лә “Рәсәй тарихының өҙлөкһөҙлөгө, уның бөтә этаптарының да үҙ-ара бәйләнгән булыуы, үткәнебеҙҙең бөтә биттәренә лә ихтирам логикаһы сиктәрендәге” берҙәм концепция берләштерергә тейеш, һәм бындай дәреслектәрҙе әҙерләүгә Рәсәй фәндәр академияһы, шулай уҡ ике йәмәғәтселек берләшмәһе – Тарих һәм Хәрби-патриотик ойошмаларҙы ла йәлеп итергә кәрәк.
Илебеҙ Президентының был фекере бик хаҡ. Юғиһә һуңғы ике тиҫтә йылда уҡыу йорттарында йәш быуын, ысынлап та, төрлө авторҙарҙың төрлөсә аңлатма биргән тарих дәреслектәре буйынса уҡытылып килде, һөҙөмтәлә илебеҙҙең бөгөнгөһөн тәшкил иткән һәм киләсәген тәрбиәләгән быуындың үткәнебеҙгә ҡарата уй-фекере, мөнәсәбәте төрлөсә формалашты.
Йәш балалар, сабыйҙар шанлы һәм данлы Бөйөк Ватан һуғышы тураһында нимә белә? Белгән хәлдә лә уларҙың 1941 — 1945 йылдарҙа илебеҙ өҫтөнән үткән ғәрәсәт тураһындағы күҙаллауҙары нисегерәк? Хәйер, түбәндәге анекдот та буштан юҡҡа барлыҡҡа килмәгәндер.
Уҡытыусы үткән дәрестә өйрәнелгән темаға йомғаҡ яһап, уҡыусыларына:
— Шулай итеп, балалар, Берлинды кем алған? — тигән һорау биргән.
Класс кинәт шымып ҡалған. Уҡыусылар башын түбән эйеп, күҙҙәрен йәшергән. Уҡытыусы ҡул күтәреп яуап биреүҙәренә өлгәшә алмағас, бер малайҙы урынынан торғоҙған:
— Шунан, Әмир, Берлинды кем алған?
— Мин алманым...
Бындай яуапты көтмәгән уҡытыусы малайҙың атаһын саҡыртырға мәжбүр булған.
— Класҡа: “Берлинды кем алған?” — тип һорау биргәйнем, улығыҙ, “Мин алманым” тип яуап бирҙе, — тигән.
Атай кеше, ярһып:
— Алған булһаң, кире бир! — тип екергән.
Был хәлгә хайран ҡалған уҡытыусы мәктәп директорын саҡырып килтергән дә түкмәй-сәсмәй һөйләп биргән. Директор балаларҙың һәр береһенә диҡҡәт менән ҡарап сыҡҡан да:
— Әллә, улар кеше әйберенә ҡул һуҙмай торғайнылар ул... — тип икеләнгән.
Бисара уҡытыусыға ни эшләргә ҡала – быларҙың барыһын да эйәртеп, район хакимиәтенең мәғариф бүлеге мөдиренә килгән һәм хәл-күренеште һөйләп биргән. Бер аҙ уйланғандан һуң мөдир, барыһын да күҙҙән үткәреп, тыныс ҡына былай тип яуап биргән:
— Бер аҙ сабыр итәйек. Алған булһалар, кире ҡайтарып бирерҙәр әле...


Вернуться назад