1 400 ағас ултыртылды15.05.2013
Әбйәлил районының Асҡар ауылында ойошмалар һәм учреждениелар хеҙмәткәрҙәре ағас ултыртыу акцияһын ойошторҙо.

Әбйәлил урмансылығы етәксеһе урынбаҫары Азат Әхмәтйәнов әйтеүенсә, сара Ағас ултыртыу көнөнә арнала.
Районда яңы парктар, аллеялар асыу, күпләп ағас ултыртыу яҡшы йолаға әүерелгән. Тиҙҙән 1 мең квадрат метр ерҙе 370 йәш шыршы, ҡарағай, ҡайын, ҡарағас һәм башҡа үҫентеләр йәмләйәсәк. Акция барышында Әбйәлил тағы ла 1 400 ағасҡа байыны.
Быйыл яҙ өмәләрҙә 10 меңдән ашыу кеше ҡатнашты, 125 берәмек техника йәлеп ителде, бөтәһе 530 тонна сүп-сар йыйылды.


Вернуться назад