Ҡыҫҡаса15.05.2013
Инвалид бала тәрбиәләгән, эшләмәгән ата-әсәләргә социаль пенсия 5 мең 500 һумға тиклем артты.
***
Полковник Юрий Будановты үлтергән Йосоп Тимерханов 15 йылға иркенән мәхрүм ителде.

***
Ярты йылдан Рәсәйҙә яңы водитель танытмаһы барлыҡҡа киләсәк. Унда яңы категориялар һәм төркөмсәләр буласаҡ. Хәҙер мопедта һәм скутерҙа елдерергә яратыусыларҙың да танытмаһы булыуы мотлаҡ.

***
9 майҙан юл ҡағиҙәләрен боҙған водителдәргә штрафты түләү срогы 30 көндән 60 көнгә ҡәҙәр оҙайтылды. Ә ваҡытында түләүҙән баш тартҡандарҙы суд 50 сәғәткә мәжбүри эшкә хөкөм итергә мөмкин.

***
Владимир Путин Хөкүмәткә 2013 йылдың 1 ноябренә тиклем ҡиммәтле әйберҙәргә һалымды күтәреүҙе аныҡлап ҡуйырға бойороҡ бирҙе. Әйткәндәй, Дәүләт Думаһына ҡиммәтле әйберҙәргә һалым хаҡында закон проекты 1 апрелдә үк тәҡдим ителгәйне. Зауыҡҡа һалымға эксклюзив әйберҙәргә генә түгел, шулай уҡ Мercedes, BMW, Audi, Lexus йәки Range Rover кеүек моделдәргә лә ҡаралған. Мәҫәлән, хаҡы 5-10 миллион һум торған еңел машиналарға транспорт һалымы ике тапҡырға артасаҡ.

***
Рәсәй Хөкүмәте Дәүләт Думаһына Хеҙмәт кодексына төҙәтмәләр индереүҙе тәҡдим итте. Уға ярашлы, хәҙер ижади хеҙмәткәрҙәр — балет, опера, драма театры артистары — һәр биш йыл һайын үҙҙәренең профессиональ яраҡлылығын раҫларға тейеш.

***
Рәсәйҙә ғәҙәти орудиеларҙан 1,5 тапҡыр алыҫҡараҡ атҡан пушка уйлап таптылар.

***
Сығарылыш класс уҡыусылары 27 майҙа урыҫ теленән тәүге Берҙәм дәүләт имтиханы тапшыра. Улар араһында былтырғы 65 уҡыусы ла һынау тотасаҡ. Әйткәндәй, үткән йыл 304 үҫмер мотлаҡ һаналған математика һәм урыҫ теленән имтихан бирә алманы.

***
19 майҙа Өфөлә “1000 велосипедсы көнө” үтә. Веломарафон “Ҡала Советы” туҡталышынан “Конгресс-холл” майҙанына ҡәҙәр барасаҡ. Байрамда теләгән һәр кеше ҡатнаша ала.

***
Республикала быйыл ҡоторған хайуандан тешләнгән тәүге кеше үлде. Әлшәй районының Красный Клин ауылында бер иргә ихатаһына килеп ингән төлкө ташлана. Бәләгә тарыусы шунда уҡ табипҡа мөрәжәғәт итмәй, бары хәле насарая башлағас ҡына дауаханаға юллана, әммә һуң була.

***
Роспотребнадзор етәксеһе Геннадий Онищенко Грузияның “Братья Асканели” компанияһы етештергән биш төр коньяктың бөтөнләй сифатһыҙ булыуын белдергән.

***
Германияның Мангейме ҡалаһында донъя чемпионы Владимир Кличко менән 28 йәшлек итальян Франческо Пьянетой араһындағы көрәш бокс донъяһында ғәжәп ваҡиға булды. Бынан ике йыл элек Пьянетойға яман шеш диагнозы ҡуйылғайны...


Вернуться назад