Ялған банктар ишәйә14.05.2013
Башҡортостандың Милли банкы үҙҙәрен кредит ойошмалары тип күрһәтеп мутлыҡ ҡылыусыларҙың әүҙемләшеүе хаҡында иҫкәртә.

Енәйәтселәр банктарҙың атамаларына оҡшаш исем ала, Интернет селтәрендә шундай уҡ рәсми сайттар аса. Уларҙың маҡсаты — аҡсаны законһыҙ йыйыу, түләү карталарында, Интернет-банкинг системаларында күрһәтелә торған шәхси мәғлүмәттәргә эйә булыу.
Мутлыҡ ҡылыусыларҙың тоҙағына эләкмәйем тиһәң, тәү сиратта сайттың ысын булыуына инанырға кәрәк. Кредит ойошмаларының атамалары, лицензияһы, адресы тураһындағы дөрөҫ мәғлүмәттәр Рәсәй Банкының сайтында урынлаштырылған. Бынан тыш, улар хаҡында Башҡортостандың Милли банкында хәбәрҙар булырға мөмкин. "Ҡыҙыу элемтә" телефоны: (347) 279-65-00.
Аныҡ банктың Интернет-банкингы сервисынан файҙаланыу өсөн сайтҡа реклама баннеры аша түгел, ә ышаныслы һылтанмалар буйынса инергә кәңәш итәбеҙ. Тикшерелмәгән сайтҡа түләү картаһы мәғлүмәттәрен индермәгеҙ. Иҫәптән аҡсаны законһыҙ алыу, банк атамаһын санкцияһыҙ файҙаланыу осраҡтары тураһында Башҡортостандың Милли банкына хәбәр итегеҙ.


Вернуться назад