Әүлиә йәнә уянды14.05.2013
Учалы районында изге Әүлиә шишмәһе уянды. Йыл һайын ул май айында ер өҫтөнә сығып, өс-дүрт аҙна аға.

Шишмә һыуының шифалы үҙенсәлектәре Мәккәлә лә билдәле. Ул Әүештау итәгенән башлана. Һауа шарттары ла, яуым-төшөм дә йоғонто яһамай Әүлиәгә. Шишмәнән алынған һыу оҙаҡ һаҡлана.
Быйыл яҙ туристар ошо изге урынға сәйәхәт ҡыла ала. Силәбе өлкәһенең Арғаяш ауылынан шишмәгә уңайлы автобустар йөрөй. Бындай турҙар Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге рәсми вәкиле Амур Хәбибуллиндың ярҙамы менән ойошторола. Сәфәр барышында туристар боронғо башҡорт дәрүиштәренең тарихы менән таныша.
Әүешкүл эргәһендә урынлашҡан Әүештауға йыл һайын меңдәрсә кеше йыйыла. Иманлылар бында доға ҡыла, шишмә һыуын тәмләй. Әүлиә һыуы бөйөрҙән ташты сығара, аллергияны бөтөрә, тын, аш һеңдереү ағзалары сиренән дауалай, тиҙәр. Ләкин һыу 15 майҙан һуң ғына шифалы үҙенсәлектәргә эйә була икән.


Вернуться назад