Ҡоторған йәнлектәр һөжүм итә14.05.2013
Ошо көндәрҙә Иглин районының Тау ауылы кешеһенә бүре һөжүм иткән. Зыян күреүсе үҙәк район дауаханаһына оҙатылған. Шул уҡ бүре иртәгәһенә тағы ла ике кешене тешләгәс тотолған һәм Өфөләге лабораторияға килтерелгән. Уның ҡоторған булыуы асыҡланған.
Һуңғы арала сирле хайуандарҙың кешегә һөжүм итеү осраҡтары артты. Республиканың дүрт ауылында ошо хәлгә бәйле карантин иғлан ителде. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Дүртөйлө районының Исҡуш һәм Әңгәсәк, Мәләүез районының Васильевка, Белорет районының Мөхәмәт ауылдары биләмәһендә карантин билдәләү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы.
Мәләүез районының Васильевка ауылында йәшәүсе ҡатынды бесәй тешләй. Сирле йәнлек менән шулай уҡ ике бала уйнаған була. Бесәйҙе ветеринария хеҙмәте күҙәтеүгә ала. Бер аҙ ваҡыттан ул үлә. Белорет районындағы Мөхәмәт ауылында иһә урамда баланы эт тешләй. Лабораторияла хайуанда ҡотороҡ сире булыуы раҫлана. Дүртөйлөләге Исҡуш һәм Әңгәсәк ауылдарында тана менән берәҙәк эттә ошо уҡ ауырыу асыҡлана. Был хайуандар эргәһендә тиҫтәгә яҡын кеше йөрөгән.
Башҡортостандың Ветеринария идаралығынан бүлек начальнигы Дамир Хужин әйтеүенсә, был ауылдарҙағы йорт хайуандары, мал-тыуар ветеринария белгестәренең күҙәтеүенә алынған, вакцинация үткәрелгән. Халыҡ араһында аңлатыу эше алып барыла, иҫкәртеү саралары ойошторола.