Ял үҙәге кәрәк14.05.2013
Күптән түгел Белорет районының Асы ауылындағы шифаханала ял иттем.

Бик һәйбәт тәьҫораттар менән ҡайттым – шифахана хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт. Әммә ун корпуслы ҙур учреждениела клубтың булмауы аптыратты.
Хәйер, төҙөлә башлаған ул. 2010 йылда уҡ сафҡа инергә тейешле ял үҙәге, финансланмау сәбәпле, эш күләменең байтағы башҡарылһа ла, һаман асылмаған.
Ял үҙәгендә бассейн, спорт залы, китапхана, 180 урынлыҡ тамаша залы, ресторан, кафе буласаҡ, башҡа мөмкинлектәр ҙә ҡаралған. Асы шифаханаһына Рәсәйҙән дә, сит илдәрҙән дә киләләр. Ял үҙәге булһа, уның даны бермә-бер артыр ине.


Вернуться назад