Йәнә йәй, йәнә хәүеф...11.05.2013
Былтыр республиканың 60 административ берәмегендә сысҡан биҙгәге менән сирләүҙең 1600-гә яҡын осрағы теркәлде. Өфө ҡалаһы барыһын да уҙҙырҙы: республика буйынса күрһәткестең 50–55 проценты уға тура килә.

Баш ҡала эргәһендәге райондарҙа ла сысҡан биҙгәге менән ауырыусыларҙың күплеге күҙәтелде. Быйыл Өфө хакимиәте хәүефле сирҙең таралыуын кәметеү өсөн 24 200 гектар майҙанды эшкәртергә булды. Баш ҡалалағы дезинфекция станцияһының баш табибы Александр Мочалкин әйтеүенсә, сысҡан биҙгәгенә ҡаршы көрәштең һөҙөмтәле булыуына өлгәшеү өсөн кәм тигәндә 86 800 гектар майҙанда йоғошһоҙландырыу саралары үткәреү мотлаҡ. Бәләкәй генә сысҡандың оло бәләгә тарытыу ихтималлығын һәр кем белә. Иҡтисади зыян ғына йыл да тиҫтәләрсә миллион һум менән иҫәпләнә. Ә кеше сәләмәтлегенә килтерелгән зарарҙы баһалау мөмкин дә түгел. Быйыл төбәктә ҡатмарлы эпидемиологик хәлдең һаҡланыуы ихтимал, ти табиптар.
Айырыуса яҙғы өмәләр ваҡытында, биләмәләрҙе таҙартҡан осорҙа һаҡланыу сараларын теүәл үтәү мөһим. Баҡсаларҙа ла ямғырҙан һуң гөрләп эш башлана. Һәр кем санитария-гигиена талаптарын үтәгәндә, сир йоҡтороу хәүефе ҡырҡа кәмейәсәк.


Вернуться назад