Иң яҡшылар йыйынға бара11.05.2013
Башҡортостанда Волга буйы федераль округының “iВолга-2013” йәштәр йыйынында ҡатнашыу өсөн республика делегацияһы составына кандидаттар һайлау бара.

Рәсәйҙә йәштәр сәйәсәте өлкәһендә тормошҡа ашырылған яңы технологиялар менән таныштырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған форум 18 — 27 июндә Һамар өлкәһендә уҙғарыла. Волга буйы федераль округындағы һәр төбәктән унда 100-гә яҡын кеше ҡатнаша. Сара йомғаҡтары буйынса иң яҡшы 200 проект 100 — 300 мең һум күләмендә грант ярҙамы аласаҡ. Шулай уҡ иң яҡшы 10 проектҡа 400 — 800 мең һум аҡса тапшырыласаҡ. Шулай уҡ төбәк ярҙамы күрһәтеү ҙә ҡарала. Фестивалдә округтағы барлыҡ төбәктәрҙән 2 200 кеше ҡатнаша.
Сара Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле етәкселегендә уҙғарыла. Уны Һамар өлкәһе губернаторы хакимиәте, өлкә хөкүмәте ойоштора. Йәштәр йыйыны программаһына социаль-иҡтисади һәм ижтимағи-сәйәси үҫеш проекттары менән таныштырыу, оҫталыҡ дәрестәре, танылған кешеләр менән осрашыуҙар, мәҙәни-ял һәм спорт саралары инә. Шулай уҡ “Инновациялар һәм техник ижад”, “Һин — эшҡыуар”, “АРТ Квадрат”, “Мәғлүмәттәр ағымы”, “Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ”, “Изгелек технологияһы”, “Артымдан йүгер”, “Сәйәсәт” кеүек темалар буйынса уҡыуҙар ойошторола. Өҫтәмә рәүештә “Коммерцияға ҡарамаған социаль йүнәлешле ойошмалар” тигән махсус курс тәҡдим ителә.


Вернуться назад