Субсидия алам тиһәң...11.05.2013
Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығы йүнселлекте үҫтереүҙең муниципаль программалары сараларына булышлыҡ итеү маҡсатында, муниципалитеттарға субсидия биреү буйынса конкурс иғлан итте.
Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын үҫтереү программаларын ғәмәлгә ашырыуға бәйле республикалағы бәләкәй ҡалаларға ла субсидия бүлеү йәһәтенән ошондай уҡ конкурс ойошторола. Министрлыҡтың матбуғат хеҙмәтендә әйтеүҙәренсә, был саралар 2013—2018 йылдарға иҫәпләнгән айырым маҡсатлы программаға ярашлы уҙғарыла. Документтар 4 июнгә тиклем ҡабул ителә. Ентеклерәк мәғлүмәтте Иҡтисади үҫеш министрлығының сайтынан алырға мөмкин.