Сабырлыҡ һәм түҙемлек өлгөһө11.05.2013
Яҙҙың иң матур көндәренең береһенә тура килгән байрам 1965 йылдан алып шәфҡәт туташы хеҙмәтенә нигеҙ һалған Флоренс Найтингейлдың тыуған көнөндә билдәләнә.
Замана үҙенсәлеге: донъялағы бер генә дауахананы һәм поликлиниканы ла шәфҡәт туташтарынан тыш күҙ алдына килтереп булмай. Улар пациенттарҙы ҡабул итеүҙә ярҙам күрһәтә, операцияларҙа ассистент була, сирлеләргә аяҡҡа баҫырға ярҙам итә, төрлө процедуралар башҡара. Хәйер, шәфҡәт туташы иңенә төшкән мәшәҡәттәрҙе һанап бөтөрлөк түгел.
Көн буйы аяҡ өҫтө йөрөргә, табип ҡушҡанды үтәргә, ул арала һәр сирлегә иғтибар күрһәтеп өлгөрөргә кәрәк…
Бөгөнгө шәфҡәт туташтары — һис шикһеҙ, үҙ эшенең оҫталары. Улар ҡатмарлы медицина ҡорамалдары менән эш итә, төрлө дауалау ысулдарын башҡара. Әммә гел генә шулай булған тип уйлаһағыҙ, хаталанаһығыҙ: ни бары ике быуат самаһы элек “шәфҡәт туташы” тигән һөнәрҙе бөтөнләй белмәгәндәр. Дауаханаларҙа, лазареттарҙа, ярлылар өсөн ойошторолған махсус приюттарҙа сирлеләрҙе ҡараусылар булған-булыуын, әммә улар кешене дауалау түгел, анатомияның нимә икәнен дә күҙ алдына килтермәгән.
Инглиз ҡыҙы Найтингейл Флоренс иһә был тармаҡта тарихи боролош яһаған. Ул, илдә ҡабул ителгән консерватив ҡағиҙәләргә ҡаршы барыуҙан ҡурҡмайынса, ярлылар өсөн дауаханаға сирлеләрҙе ҡараусы булып эшкә урынлашҡан. Ойошмалағы тәртипһеҙлек, бысраҡлыҡ уны хайран ҡалдырған һәм… Найтингейл ҡомарланып эшкә тотонған. Иң тәүҙә ул дауаханала таҙалыҡ һәм тәртип булдырған, процедуралар һәм туҡланыу режимын төҙөгән. Уны хатта бай ата-әсәһенең мираҫтан мәхрүм итеүе, юғары йәмғиәттәге дуҫтарының көлөүе лә туҡтатмаған.
Ҡыйыу ҡыҙҙың эш һөҙөмтәһе барыһын да хайран ҡалдырған: ул индергән ябай ғына үҙгәрештәр ҙә дауаханалағы үлем осраҡтарының ике тапҡырға кәмеүенә килтергән. Артабан Найтингейлға ҡала властары ярҙам ҡулы һуҙған, уны медицина учреждениеһы етәксеһе итеп үрләткәндәр. Киләсәктә Англияның милли геройына әүереләсәк ҡыҙ Ҡырым һуғышы ваҡытында шәфҡәт туташтары төркөмдәре туплаған, хәрби лазареттарҙа бихисап һалдаттарға аяҡҡа баҫырға ярҙам иткән. Шулай уҡ Флоренс Найтингейл шәфҡәт туташтары мәктәптәре, мәрхәмәтлек акцияларын ойоштороусы, бихисап китаптар авторы булараҡ та билдәле. Әйткәндәй, йыл һайын байрам алдынан донъялағы иң шәп шәфҡәт туташы билдәләнә һәм уға Флоренс Найтингейл исемендәге орден тапшырыла. Рәсәй∂ә был байрамды 1993 йылдан билдәләй∂әр.
Сабырлыҡ һәм түҙемлек – шәфҡәт туташы һөнәрен һайлағандарға кәрәкле төп сифаттар. Махсус тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, был һөнәр иң хөрмәтлеләрҙең исемлегенә инә.