Торлаҡ өсөн түләү11.05.2013
“Башҡортостан” гәзите заман талаптарына яраҡлашыуҙы, дәүерҙең яңы һыҙаттарын үҙләштереүҙе дауам итә һәм ошо рубрика – бының сираттағы миҫалы. Асылы шул: гәзит артабан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай ҡабул иткән закондарҙы баҫып сығармай, ә уларға аңлатма ғына биреп барасаҡ. Республика парламентының Секретариаты менән шул хаҡта һөйләшеп килешелде. Закондар менән ныҡлап шөғөлләнергә теләүселәр иһә артабан гәзиттең сайтына мөрәжәғәт итә ала.

3 “Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутатының статусы тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законына индерелгән үҙгәрештәр коррупцияға ҡаршы эш итеү өлкәһендәге дәүләт идараһын камиллаштырыу буйынса федераль ҡануниәттәге яңылыҡтарға бәйле.
Закон республика парламенты депутаттары тәҡдим иткән килем, мөлкәт һәм башҡа йөкләмәләр тураһындағы мәғлүмәттәрҙең дөрөҫлөгөнә контроллек итеү буйынса Дәүләт Йыйылышы Комиссияһын ойоштороуҙы күҙ уңында тота, ошо мәғлүмәттәрҙе тикшереү тәртибен билдәләй, шулай уҡ уларҙы Комиссияға тапшырыу ваҡытын (1 апрелгә тиклем) аныҡлай.

3 23 апрелдә “Башҡортостан Республикаһында граждандарҙың айырым категорияларына торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү буйынса социаль ярҙам саралары күрһәтеү алымдары тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законының 3-сө статьяһына үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы Закон ҡабул ителде.
2008 йылдың 24 ноябрендәге 69-сы Башҡортостан Республикаһы Законына ярашлы, граждандарҙың айырым категорияларына торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәт өсөн түләүгә сығымдарҙы ай һайын аҡсалата компенсациялау рәүешендә социаль ярҙам күрһәтелә ине. Компенсация күләме йыл һайын 1 ғинуарҙан торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәт өсөн түләүҙең үҫеш коэффициентына ярашлы индексацияланды.
Әлеге Закон, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр хаҡының Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан йыл һайын билдәләнгән республика стандарттарына нигеҙләнеп, муниципаль берәмектәрҙә айлыҡ аҡсалата компенсацияны иҫәпләүҙе күҙ уңында тота. Закон граждандарға торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәт өсөн түләү йәһәтенән социаль ярҙам күрһәтеү, аныҡ муниципаль берәмектә халыҡтың льготалы категорияһын аҡсалата компенсация менән тиң күләмдә тәьмин итеү мөмкинлеген бирәсәк.

3 “Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законының 10-сы һәм 121-се статьяларына үҙгәрештәр индерелде.
Улар Дәүләт Йыйылышындағы депутат берекмәләре эшмәкәрлеген ойоштороу өлкәһендәге республика ҡануниәтен камиллаштыра. Закон Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Регламенты менән фракцияларҙы һәм депутат төркөмдәрен ойоштороу тәртибенә аныҡлыҡ индерә. Унда шулай уҡ фракциялар тураһындағы положениеларҙың йөкмәткеһе асыҡлана. Атап әйткәндә, дәүләт органдарында һәм йәмәғәт берекмәләрендә фракцияның вәкәләтле кешеләрен һайлау (тәғәйенләү) тәртибе билдәләнә.

3 “Башҡортостан Республикаһында опека һәм попечителлек органдары эшмәкәрлеген ойоштороу тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законының 5-се статьяһына индерелгән үҙгәрештәр, нигеҙҙә, ошо өлкәләге белгестәр һанын билдәләүгә ҡағыла.
2008 йылдың 24 апрелендәге “Опека һәм попечителлек тураһында”ғы Федераль законға ярашлы, ошо органдарға суд тарафынан юридик хоҡуҡһыҙ йәки бындай хоҡуғы сикләнгән тип танылған кешеләрҙең мәнфәғәтен яҡлау, тәрбиәгә бала алырға теләгән кешеләрҙе әҙерләү йәһәтенән байтаҡ бурыс йөкмәтелә. Бынан тыш, был органдар республика ҡануниәте талаптарын да мотлаҡ үтәргә тейеш. 2002 йылдың 9 ғинуарындағы “Башҡортостан Республикаһында опека һәм попечителлек органдары эшмәкәрлеген ойоштороу тураһында”ғы республика Законының 5-се статьяһы буйынса бала хоҡуғын яҡлау буйынса белгестәр һаны бәлиғ булмаған 5 мең кешегә бер белгес иҫәбенән сығып билдәләнә. Шул уҡ ваҡытта бер районда, ҡалала кәмендә бер белгес эшмәкәрлеген тормошҡа ашырырға тейеш. Ошо нормаға ярашлы, 30 районда опека һәм попечителлек органында бер генә белгес эшләй ине. Ә яңы Закон буйынса муниципаль районда, ҡала округында 3 мең бәлиғ булмаған балаға кәмендә бер белгес тап килергә тейеш.
Әлегә тиклем суд тарафынан юридик хоҡуҡһыҙ, бындай хоҡуғы сикләнгән тип танылған, сәләмәтлегенә бәйле үҙ хоҡуғын яҡлай һәм бурыстарын башҡара алмаған кешеләрҙең законлы мәнфәғәттәрен сағылдырыусы белгестәр һаны аныҡ билдәләнмәне. 22 апрелдә ҡабул ителгән Закон менән һәр 100 мең кешегә бер белгес билдәләргә тәҡдим ителә.

3 “Башҡортостан Республикаһында социаль йүнәлешле коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға дәүләт ярҙамы тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законының 3-сө статьяһына индерелгән үҙгәрештәр “Коммерцияға ҡарамаған ойошмалар тураһында”ғы Федераль закондағы яңылыҡтарға бәйле.
Закон ошондай ойошмаларҙың эшмәкәрлек төрҙәрен киңәйтә. Улар иҫәбенә милләт-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү, Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының йолаларын, мәҙәниәтен, телдәрен һаҡлап ҡалыу, шулай уҡ коррупцияға ҡаршы саралар ойоштороу инә.

3 22 апрелдә “Һунар һәм һунар ресурстарын һаҡлау тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы республика Законы ҡабул ителде.
Ул айырым кешеләр араһында һунар итеүгә рөхсәт ҡағыҙҙарын бүлеүҙе, комиссия йәрәбәһе үткәреү, уның һөҙөмтәләрен баҫтырып сығарыу өсөн вәкәләтле республика башҡарма власть органына мөрәжәғәт итеү тәртибен билдәләй. Бынан тыш, республикала һунар объекты булған йәнлек төрҙәре аныҡлана.
(Дауамы бар).


Вернуться назад