Шаулап үҫһен урман21.12.2011
Шаулап үҫһен урманҠояштың тәүге нурҙары шыршы ылыҫтарына эленгән. Бер аҙ күтәрелә төшкәс, улар ҡайын япраҡтарын да, йүкә, уҫаҡтарҙы ла иркәләй башлай.
Сеү... Урман ҡоштары. Төн күгәрсендәренең, ябалаҡтарҙың һуңғы ауаздарын күмеп, таң ҡоштары ҡояш ҡаршылай.
Был урман моңо! Был урман хозурлығы!
Йәшел үлән өҫтөндә ынйы-мәрйендәрҙәй ысыҡ бөртөктәре ялтырай. Сәскәләр, берәм-берәм уянып, турая, яҡтыға үрелә. Хәтфәләй урман келәме өҫтөндә аяҡ эҙҙәре. Һуҡмаҡты арҡырыға киҫеп, был эҙ Ҡариҙел йылғаһына йүнәлгән. Бер, ике, өс... ун ике... Тимәк, өс урман һыйыры — өс мышы. Һуҡмаҡтың бер яғынан икенсе яғына ҡуян һикергән. Үлән өҫтөндә уның да эҙе ҡалған.
Рафаэль Ғилметдинов һәр ҡыуағы таныш урман һуҡмағынан атлай. Уның оло ғүмер юлы ла тар ғына урман һуҡмағынан башлана.
Партия эшендә, һәр ваҡыт яуаплы урында хеҙмәт иткән атаһының улын эйәртеп урманға барырға ваҡыты, форсаты ла булмағандыр. Уның ҡарауы Рафаэль тиҫтерҙәре менән аҡландарҙы ҡыҙырып еләк, бөрлөгән йыя, муйыл, сәтләүек эҙләп урман гиҙә.
Тиҙҙән туған урмандарын ҡалдырып торорға тура килә Ҡариҙел егетенә. Армияға саҡыралар. Яҡшы хеҙмәт итә Рафаэль. Һәр кем тыныс ваҡытта эйә була алмаған “Хәрби хеҙмәттәре өсөн” миҙалы менән бүләкләнә.
Һалдат гимнастеркаһын һалғас, урман техникумын тамамлай. Йәш белгес Ҡариҙел урман хужалығында инженер булып хеҙмәт юлын башлап ебәрә. Иңе-буйы ундарса саҡрымға һуҙылған урмандар Рафаэль Ғилметдиновты ғүмерлеккә әсир итә.
Тәбиғәт серҙәрен күберәк белеү маҡсатында Урал урман техник институтында уҡыуын дауам итә. Юғары белем алғас, йәнә Ҡариҙелгә ҡайта. Урман хужалығы инженеры, һуңыраҡ баш лесничий вазифаларында тырышлыҡ һала.
Урман. Мәңгелек урман. Рафаэль Ғәлләм улы тормошҡа урман аша ҡарарға ғәҙәтләнә, сөнки ул — тормош, йәшәү сығанағы. Халыҡ элек-электән тәбиғәтте яратып, киләсәк тураһында ҡайғыртып йәшәгән. Һәр быуын ултыртҡан ағастарҙан ҡара урман хасил булған.
Ҡариҙел биләгән 3786 квадрат километрҙың 2347-һен тап урман тәшкил итә.
Тәбиғәттән төрлөсә файҙаланырға мөмкин. Үҙеңдән һуң уңдырышһыҙ, йәнһеҙ, кеше өсөн зарарлы бушлыҡ ҡалдырырға ла була.
Төбәктә йыл һайын йөҙҙәрсә мең кубометр урман киҫелә. Үҙенең етмеш йылдан ашыу эшмәкәрлегендә бер Магинск леспромхозы ғына ла илдең халыҡ хужалығына 15 миллион кубометрҙан артыҡ ағас, 393 мең кубометр бысылған материал, 35500 квадрат метр бура һәм башҡа продукция етештерә. Иҫ киткес ҙур һандар!
Урман сәнәғәте эшкәртеү өсөн ағас быстырыуҙы талап итә, ә урман хужалығы алдында уны үҫтереү, һаҡлау бурысы тора. Ике яҡ та хаҡлы.
Төбәктән ағас күп сығарыла. Бәхеткә күрә, был яҡта йәшәүселәр урман ҡәҙерен белә. Әле ныҡлап механизация инмәгән йылдарҙа ла кешеләр ағасты өмә яһап эшкәртә. Һәр киҫелгәне урынына өс-дүрт, биш-алты һәм унан да күберәк үҫенте ултыртыла. Шулай итеп, данлы Ҡариҙел ярҙарының бер нисә тиҫтә йыл эсендә шәп-шәрә ҡалыу ҡурҡынысы юҡҡа сыға.
Рафаэль Ғилметдинов эш башлаған уҙған быуаттың етмешенсе йылдары башында ла урмансыларҙың хеҙмәте ғәйәт ҡатмарлы һанала: көнөндә үк хәл ителеүҙе көткән мәсьәләләр атлаған һайын тыуып ҡына тора. Бына, мәҫәлән, урман хужалығы менән һунар ойошмалары араһындағы мөнәсәбәттәрҙе генә алайыҡ. Һунарсылар хайуандар донъяһын киңәйтеү, йәнлек-януарҙы үрсетеү яғында булһа, урмансылар иһә уларҙың артыҡ күбәйеп китеүенән зыян күрә. Мышыларҙың йәш ҡарағай, шыршы үҫентеләрен ашау осраҡтары әленән-әле йыш ҡабатлана.
Ял итеүселәр менән урман араһында “дуҫлыҡ” проблемаһының да тулыһынса хәл ителгәне юҡ. Кешеләрҙең усағын һүндермәй киткән осраҡтары ла йыш осрай.
Урман хужалығы – ағасты киҫтереүсе лә, эшкәртеүсе лә, үҫтереүсе лә, бер үк ваҡытта ҡайғыртыусы ла ул.
Ләкин илдә башланған үҙгәртеп ҡороуҙар урман хужалыҡтарын ҙур ҡыйынлыҡтарға, билдәһеҙлеккә, иҡтисади болғансыҡтарға килтерә. Шундай ауыр, ҡатмарлы шарттарҙа сәнәғәттә үҙгәртеп ҡороу зарурлығы тыуа.
Төбәктә һигеҙ яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт барлыҡҡа килә. Бындай предприятиеларҙы ойоштороу милек формаһын үҙгәртеүҙең берҙән-бер юлы була.
Шәхси милеккә йөҙ тотоу административ хәл итеү юлдарын яба төшә. Баҙар шарттарына яраҡлашып планлаштырыу, төп һәм ярҙамсы производстволарҙы яңынан ойоштороу, хужалыҡ итеүҙең файҙалы, отошло алымдарын, ысулдарын үҙаллы һайлау һәм ҡулланыу урмансыларға ҙур мөмкинлектәр аса.
Яңы Берҙәш ауылында күмер етештереү өсөн пиролиз ҡоролмаһы эшкә ебәрелә. “Магалес” йәмғиәтендә бүрәнәләрҙе цилиндрлау менән шөғөлләнәләр, уларҙан аҙаҡ бура бурайҙар.
Ҡариҙел урмандарына инвесторҙарҙың килеүе — ҡыуаныслы хәл. Байҡыбаш ауылында урман эшкәртеү фабрикаһы үҙенең хеҙмәт юлын башланы: “Өфөлеспром” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә тиҫтәләрсә төр ағас продукцияһы эшләп сығарыла.
Башҡа урындарҙа ла ағасты тәрән эшкәртеү менән шөғөлләнергә өйрәнәләр. Ҙур ауырлыҡ менән үҫтерелгән урмандың япраҡ-ылыҫы ла әрәм булмаҫҡа тейеш.
Инде лайыҡлы ялда булһа ла, Рафаэль Ғәлләм улы һаман урман яҙмышы менән йәшәй. Ана, кемдер уларҙы шәхси ҡулдарға тапшырырға тәҡдим итә, кемдер оҙайлы ҡуртымға биреүҙе хуп күрә.
— Урманда бер генә хужа булырға тейеш, — ти кисәге баш лесничий. — Ағастар өсөн дә, хайуандар донъяһы өсөн дә бер үк кеше яуаплылыҡ тойһон. Шул ваҡытта ғына урман шаулап үҫәсәк, ә йәнлек-хайуандар урмандың һәр гектарына тәңгәл килеп үрсейәсәк һәм һаҡланасаҡ.
Урман — Рафаэль Ғәлләм улының күңел торошо. Бына әле лә ул һуҡмаҡтан атлай. Ҡояш инде шаҡтай күтәрелгән. Уның нурҙары хәҙер бөтә ағастарҙы ла тигеҙ яҡтырта кеүек.
“Берҙе киҫһәң — икене ултырт”, ти халыҡ. Ә Ғилметдинов ултыртҡан ағастарҙың иҫәбе-һанына сығырлыҡ түгел — тиҫтәләрсә, йөҙҙәрсә гектар тәшкил итә.
Ағас оҙаҡ — 100 – 120 йыл үҫә. Ул ултыртҡан тәүге ағастарға ҡырҡ йәш тулып килә. Тимәк, Рафаэль Ғилметдиновтан киләсәк быуынға урман ҡала әле.
Финат ШАКИРЙӘНОВ.
Ҡариҙел районы.


Вернуться назад