Һай, Үҫәргән батыры!11.05.2013
Һай, Үҫәргән батыры!Иҫәнғолда милли көрәш буйынса көньяҡ-көнсығыш райондары командалары араһында сираттағы “Үҫәргән батыры-2013” турниры уҙғарылды. Был сараның төп ойоштороусыһы – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты. Турнирҙы асыу тантанаһында Бөтә Рәсәй Билбау көрәше федерацияһының башҡарма директоры Гөлнур Ҡолһарина муниципаль хеҙмәткәрҙәргә, йәмәғәт эшмәкәрҙәренә, милли көрәште пропагандалау һәм үҫтереүҙә, йәш быуынды тәрбиәләү эшендә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн Федерацияның Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

Ейәнсура, Күгәрсен, Хәйбулла, Баймаҡ райондарынан килгән 11 — 18 йәшлек көрәшселәр, шулай уҡ тәжрибәле өлкән батырҙар ҡатнашлығындағы һигеҙ команданың ярышы ике келәмдә барҙы. Үҫмерҙәрҙән Баймаҡ егете Айгиз Суфиянов алдынғылыҡты бирмәһә, ир-егеттәр араһынан Наил Хәмиҙуллин үҙенең иң көслө һәм тәжрибәле көрәшсе булыуын раҫланы.
Командалар араһында беренсе урынды хужалар алды, икенселә — баймаҡтар, өсөнсө урында — күгәрсендәр. Шулай уҡ “Иң йәш батыр”, “Тиҙ еңгән өсөн”, “ИңҺай, Үҫәргән батыры! яҡшы техника өсөн”, “Еңеүгә ихтыяр көсө күрһәткәне өсөн”, “Тамашасылар һөйөүе призы” кеүек номинацияларҙың еңеүселәре лә билдәләнде. “Аҡбуҙат” журналының махсус булдырылған приздары ла үҙ хужаларын тапты.
“Үҫәргән батыры” исемен яулаған Ейәнсураның иң оһолло көрәшселәренең береһе Наил Хәмиҙуллинға Бөтә Рәсәй билбау көрәше федерацияһы президенты Һай, Үҫәргән батыры!Морис Йосопов исеменән ҡамсат бүрек тапшырылды.
Бөтә Рәсәй Билбау көрәше федерацияһының башҡарма директоры Гөлнур Ҡолһарина:
— “Үҫәргән батыры” бер нисә йыл рәттән уҙғарыла, — тине. — Республикала ғына түгел, ә бөтөн ил кимәлендә спорттың был төрөн үҫтереүгә данлыҡлы көрәшсебеҙ Харис Йосоповтың улдары – федерация президенты Морис Йосопов менән Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Йосоповтың рухи яҡтан да, матди яҡтан да ярҙамы ҙур.


Вернуться назад