Бөгөнгө театрҙа күберәк комедия жанрындағы тамашаның ҡуйылыуы, әҫәрҙәрҙә етди, фәлсәфәүи проблемаларҙың аҙ күтәрелеүе күптән борсой ине. Ниһайәт, уйланырға, йылмайырға, хатта иларға мәжбүр иткән яңы спектакль бынан ике йыл элек Өфө “Нур” татар дәүләт театры сәхнәһендә күренде.
Авторҙың исеме лә яңы, әлегә киң билдәле лә түгел – Илеш районының Дөмәй ауылы егете, юғары категориялы табип, травматолог-ортопед, медицина фәндәре кандидаты Радик Нурлығаянов. “Аҡ сәскә – һиңә бүләк” – уның беренсе пьесаһы. Киләсәктә икенсеһе, өсөнсөһө лә булыр, тигән өмөттә ҡалайыҡ.
– Тыуған яғым Илеш районы һабантуйында “Нур” татар дәүләт театры режиссеры Әбелхәйер Сафиуллин менән осрашырға, бер табында һөйләшеп ултырырға насип булды. Ошо театр, уның артистары тураһында мәҡәлә-рецензиялар яҙып, матбуғат биттәрендә йыш сығыш яһаным. Театр тормошона, уның эшмәкәрлегенә ҡарата электән битараф түгел инем. Шуға ла һөйләшеү барышында режиссерға: “Һәр яңы әҫәрҙе иғтибар менән ҡарап барам, театрҙа күберәген комедия ҡуялар. Араларында етди сәхнә әҫәре һирәк, шул яҡтан мин репертуарҙан ҡәнәғәт түгелмен”, – тип әйттем. Режиссер уйлап торҙо ла: “Электән яҙышҡаныңды беләм, әйҙә, тотон был эшкә. Ысынлап та, пьесалар күп, ләкин сәхнәгә ҡуйырлыҡтары аҙ”, – тине. Мин дә ҡапыл ғына: “Ярай, яҙырмын”, – тип яуапланым, – ти Радик Зөфәр улы. Был үҙенә күрә шунда ултырған ҡунаҡтар алдында һүҙ биреү кеүек тә яңғыраны һымаҡ. Шулай итеп, пьесаның сюжеты – Әбелхәйер Сафиуллиндыҡы, тип әйтә алам. Үҙемдең дә буласаҡ пьесамдың идеяһы, сюжеты тураһында уйланып йөрөгәнем булды. Дөрөҫөн
әйткәндә, интерндар хаҡында берәр әҫәр яҙғым килә ине. Тик нәҡ ошо ваҡытта телевидениела “Интерны” тигән нәфис фильм барлыҡҡа килде.
Радик студент сағында уҡ Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артистары ҡуйған спектаклдәргә йөрөй. “Рәйсә+Фәйзи”ҙе биш-алты тапҡыр ҡарағанмындыр инде, ти ул. Ошо спектаклдәрҙән алған матур хистәре, йылы тәьҫораттары ҡабаттан уянып, авторға пьесаны бер йыл эсендә генә яҙып сығырға мөмкинлек бирә.
“Аҡ сәскә – һиңә бүләк” спектакле хәҙерге заман, бөгөнгө көнитмеш тураһында. Төп герой – Нурислам исемле малай. Уның яҡты донъяға килеүен бер кем дә теләп, көтөп алмаған. Ул һөйөүҙән мәхрүм бала. Етмәһә, көндәрҙән бер көндө Нурисламдың дауалауға бирешмәҫ сиргә дусар икәнлеге билдәле була. Табиптар ҙа өмөт өҙә... Бары тик бер кеше – Нурисламдың өләсәһе Аҡ әбей – генә ейәненең терелеп аяҡҡа баҫасағына ышана. Малайҙы ла шуға ышанырға өгөтләй, Хоҙайҙан үҙенә ғүмер, таҙалыҡ һорауын үтенә. Һәм... мөғжизә! Өләсәһе әҙерләп алып килгән шифалы үләндәрҙең файҙаһы тейҙеме, әллә Хоҙай алдында теҙләнеп уҡыған доғалар ярҙам иттеме – Нурислам аяҡҡа баҫа. Бөтә ваҡиғалар уның тирәһендә бара. Был “кассовый” спектакль түгел, кемгәлер оҡшамауы ла ихтимал. Әммә йән паклығы хаҡында башҡа пьесаларға ҡарағанда күберәк уйландыра ул.
Һөнәре буйынса табип тәүге пьесаһын яҙғанда ла кешенең рухи донъяһын сәләмәтләндереүсе булып ҡала.
– Гиппократ кешене өс алым менән дауалап булыуы хаҡында әйткән: һүҙ, үлән һәм скальпель. Беҙ, табиптар, йыш ҡына ауырыу менән һөйләшергә ваҡыт таба алмайбыҙ. Яҙыу-һыҙыу эше күп, пациентты ҡарап, тиҙ-тиҙ дарыу тәғәйенләргә, операция яһарға кәрәк. Оҙон-оҙаҡ документ тултырып ваҡыт үтә, – ти Радик Зөфәр улы. – Бер ҙә юҡҡа: “Күп сир нервынан килә”, — тип әйтмәйҙәр бит. Ауырыуҙарҙы һүҙ менән дә дауаларға була. Барлыҡ осраҡта ла түгел, тик шулай ҙа... Психотерапия (үҙ-үҙеңде ышандырыу) дауалау процесында ҙур роль уйнай. Әбей-бабайҙарҙың өшкөрөүе, доғалар – барыһы ла шул психотерапияға нигеҙләнгән. Беҙҙә бер-беребеҙгә йылы һүҙ, дәртләндереү, кешелә өмөт уятыу һәләте етеңкерәмәй.