Әсәй, мине таңда уят11.05.2013
Рауил Бикбаев һүҙҙәре,
Әлмира Бикташева көйө
Әсәй, мине таңда уят әле,
Уятҡандай малай сағымда.
Сөйҙә торған эйәремде алып,
Ат көтөргә китәм тағын да.
Далалағы алһыу таң атыуын
Тағы килә минең күрәһем,
Уйнаҡлашып йөрөгән тайҡайҙарҙың
Ялҡайҙарын килә үрәһем.
Ялан яңғыратып, йәш тай кешнәр,
Тәү ҡат уға эйәр һалғанда...
Әсәй, мине таңда уят әле,
Дала өҫтөн томан алғанда.