Баш ҡала халҡы 9 Май байрамын Еңеү паркында ҡаршыларға күнеккән. Быйыл иһә унда иртә таңдан алма төшөрлөк тә урын юҡ ине. Кешенең шул тиклем күп килеүенә әллә ҡояшлы көн, әллә ветерандарға тағы бер тапҡыр рәхмәт әйтеү теләге сәбәпсе булды. Моғайын, икенсеһелер.
Йола буйынса Мәңгелек утҡа күп милләтле республикабыҙ халҡы исеменән сәскә һалырға тип Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һәм республика етәкселегенән башҡа вәкилдәр килде. Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев ҡәберенә, ҡаһарман яҡташтарыбыҙ Александр Матросов менән Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин, легендар командирҙар Миңлеғәле Шайморатов менән Таһир Кусимов бюстарына ла гөлләмә һалынды. Оркестр Рәсәй һәм Башҡортостан гимндарын уйнаны, унан һуң бар халыҡ, бер минутҡа тын ҡалып, яу яланында ятып ҡалғандарҙы иҫкә алды. Ә байраҡсы төркөмдөң, офицер һәм курсанттарҙың теҙелешеп тантаналы үтеүен өфөләр бәләкәй генә парад кеүек ҡабул итте.
Паркта “ялан кухня”һы ойошторолдо, ветерандарға хәрби йола буйынса “фронт йөҙ грамы” ҡойҙолар, бутҡанан ауыҙ иттерҙеләр. Ҡаланың үҙешмәкәр артистары иһә концерт ойошторҙо.
Күмәк халыҡ араһында ла ветерандар әллә ҡайҙан күренеп тора. Уларҙың миҙалдары ҡояшҡа сағыла, йөҙҙәрендә — тантаналы ғорурлыҡ. Ҡайҙан ғына үтеп
китһәләр ҙә, кешеләр улар өсөн генә “ура” ҡысҡыра, ҡул саба һәм байрам менән ҡотлай.
Янымда торған биш-алты йәштәрҙәге малай атаһы менән һөйләшә.
— Атай, ошо бабайҙар — ысын геройҙар, эйе бит? Улар “Человек-паук” менән “Бэтмен”дан да көслөрәк, шулаймы? — тип тәтелдәй ул.
— Улым, улар янында һинең телевизорҙағы “геройҙарың” бер нәмә лә түгел. Улар мең тапҡырға көслөрәк! — ти атай кеше.
Шундай уҡ йәштәге икенсе бер малайҙың, әсәһе етәгенән ысҡынып китеп, таяҡҡа таянып килгән ветеранға ҡулында ҡәҙерләп кенә тотҡан шарын биреүе иһә йәш быуындың өлкәндәргә ихтирамы тураһында һөйләй. Бүләкте ҙурлап ҡабул итеп алған бабай тәүҙә көлөп ебәрҙе, аҙаҡ малайға рәхмәт әйтеп, яратып алды. Һис шикһеҙ, паркка ҡаһарман ветерандарыбыҙға ысын күңелдән рәхмәтен белдерергә теләгән кешеләр йыйылғайны. Ситтән күҙәтеүе күңелле: һәр кем яугирҙәргә яҡыныраҡ килергә ынтыла. Ирҙәр ҡул биреп ҡотлай, ҡатын-ҡыҙ сәскә тапшыра, ә балалар ветерандың берәй еренә ҡағылып ҡалырға тырыша.
Дан һеҙгә, ҡәҙерле ветерандар!