Былтыр Башҡортостандан 12 800 кеше армияға алынған. Республика хәрби комиссариаты Үҙәк хәрби округта саҡырылыш күрһәткестәре буйынса алдынғы урынға сығып, күсмә вымпелға эйә булды. Ғөмүмән, һуңғы биш йылда 85 меңдән ашыу егетебеҙ һалдат ҡайышы быуҙы. Бөгөн республикала 100 меңдән ашыу саҡырылыусы иҫәптә тора. Йылдың тәүге яртыһында 5 400 яҡташыбыҙ армияға ебәреләсәк.
Башҡортостанда илһөйәрлек тәрбиәләү, егеттәрҙе хәрби хеҙмәткә әҙерләү йәһәтенән тәжрибә уртаҡлашырлыҡ ойошмалар аҙ түгел. Республика хәрби комиссариаты төҙөлөүгә 95 йыл тулған көндәрҙә уның иң алдынғыларҙан һаналған Мәләүез ҡалаһы һәм районы, Федоровка районы буйынса бүлеге эшмәкәрлеге менән танышып сығырға булдыҡ.
Бүлек начальнигы Рөстәм Кантемиров әйтеүенсә, районда йәштәрҙе ватансылыҡ рухында тәрбиәләү етди ойошторолған. Был йүнәлештә урындағы хакимиәт ҡарамағындағы Координация советы әүҙем эшләй. Мәләүез районы хакимиәте башлығы Малик Вахитов етәкселегендәге советҡа хакимиәттең йәштәр, спорт бүлектәре начальниктары, ДОСААФ ағзалары, һуғыш, хеҙмәт һәм хәрби хәрәкәттәр ветерандарының ижтимағи ойошмалары вәкилдәре, үҙәк район дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре инә. Улар үҫеп килгән быуындың тормошҡа әҙерлекле булып аяҡ баҫыуын даими ҡайғырта. ДОСААФ ойошмаһы, мәҫәлән, ватансылыҡ рухындағы байрамдарға, район һәм республика күләмендәге спорт сараларына йәштәрҙе, үҫмерҙәрҙе күпләп ылыҡтыра, еңеүселәргә приздар тапшыра. Район һәм ҡалалағы спорт ҡоролмалары, мәҙәниәт объекттары балаларға дөрөҫ тәрбиә биреү йүнәлешендә киң файҙаланыла.
ДОСААФ Рәсәй армияһы сафына йәштәрҙе һәйбәт әҙерлек һәм һөнәр биреп оҙата, шуға улар яҡшы хеҙмәт итә, ауырлыҡтарға бирешмәй. Районыбыҙҙа был
ойошманың абруйы ҙур, эшмәкәрлеге киң. Етәксеһе Фәйрүз Ғафаров — бик әүҙем, тынғыһыҙ кеше. Йәш быуындың ниндәй булып үҫеүе өсөн бик борсола һәм был йәһәттән үҙендә оло яуаплылыҡ тоя ул. Беҙҙең ДОСААФ-тың уңышлы эшләү сере ошондалыр, тип уйлайым. Эскелек, тәмәке тартыу һәм наркоманияға ҡаршы сараларҙың һөҙөмтәле булыуына ла әлеге ойошма һиҙелерлек өлөш индерә.
Фәйрүз Фәнис улы әйтеүенсә, хәрби хеҙмәткә йыл да 120-нән ашыу хәрби водитель әҙерләнә. “КамАЗ”, “Урал”, “ЗиЛ” йөк автомобилдәренә оҫта идара иткән белгестәрҙе оҙата улар армия сафына.
Тейешенсә йыһазландырылған уҡыу кабинеттарында, компьютер кластарында курсанттар һәр категория буйынса белем алыу мөмкинлегенә эйә. Төрлө автомобиль тренажерҙары, башҡа техник саралар етерлек. Уңайлы автодром да бар.
“Батырлыҡ дәрестәре”, Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған айлыҡ һәм башҡа саралар уҙғарыу — ғәҙәти күренеш. Ғөмүмән, ДОСААФ ойошмаһы йәштәргә һөнәр һәм ватансылыҡ тәрбиәһе биреү йәһәтенән һөҙөмтәле эшләй.