Һис ҡасан һуң түгел10.05.2013
— Хаҡлы ялға сыҡҡайным, ҡапыл баҙап ҡалдым. Ғүмер буйы кеше араһында ҡайнап йәшәгәс, һиллеккә өйрәнеп китеүе бик ҡыйын булды. Үҙемдең бер кемгә лә кәрәкмәгәнлегемде тойоуҙан төшөнкөлөккә бирелгән мәлдәр үҙәккә үтте. Әгәр ҙә шул саҡ күрше ҡатын ярҙам ҡулын һуҙмаһа, бындай яңғыҙлыҡ хисе оҙаҡҡа һуҙылыр ине, — тип һөйләне Салауат ҡалаһында йәшәгән Фәүзиә апай. — Бер көн мине үҙе менән Санкт-Петербург ҡалаһына экскурсияға алып китте. Өс көн булдыҡ унда. Күңелем бер аҙ йомшап, һулышым иркенәйеп ҡайтып индем. "Һиңә тиҙ генә сит ил паспорты юллайыҡ әле, Төркиәгә барып, донъя күреп ҡайтайыҡ", — тип тәҡдим итте күршем миңә, бер нисә көн үткәс. Диңгеҙ буйындағы ун көнлөк ял миңә шул тиклем оҡшап ҡалды — киләһе йылға тағы ла берәй сит илгә барырға тип һөйләшеп ҡуйҙыҡ.

Фәүзиә апай үҙе лә һиҙмәҫтән психологик көсөргәнешлеккә дусар булған өлкәндәрҙең хәл-торошон һүрәтләне лә ҡуйҙы. Эйе, оҙайлы ялға әҙер булмағандар, коллективтан ситтә ҡалғас, яңғыҙлыҡ тойғоһон ауыр кисереп, йыш ҡына үҙҙәрен ярға ташланған балыҡтай хис итә. Беренселәрҙән булып белорустар уйлап сығарған "50 плюс" социаль проекты беҙҙең илдә, шул иҫәптән республикала уңышлы бойомға ашырыла башланы. Проект үҙен аҡланы, ул өлкән йәштәгеләргә социаль реабилитация үтергә ысын мәғәнәһендә булышлыҡ итә.
Ейәнсура районының халыҡты социаль хеҙмәтләндереү комплекслы үҙәге (директоры — Резида Кәримова) тарафынан Башҡортостанда тәүгеләрҙән булып ойошторолған Халыҡ университеты ололар өсөн үтә лә мөһим сараға әүерелде. Уларҙың изге башланғысын район үҙәк китапханаһы (директоры — Нәзирә Кәримова) хеҙмәткәрҙәре дәррәү күтәреп алды һәм үҙҙәре эргәһенә иҫәнғолдарҙы ғына түгел, ғөмүмән, тотош райондағы өлкәндәрҙе тупланы. Проектты бойомға ашырыуға район хакимиәте ойоштороу яғынан да, финанс йәһәттән дә ярҙам күрһәтте. Мәғариф, мәҙәниәт бүлектәре лә, физкультура-һауыҡтырыу комплексы хеҙмәткәрҙәре лә ситтә ҡалманы.
— Былтыр октябрҙә тотондоҡ был эшкә. "Шәхесте һәр яҡлап үҫтереү" һәм "Тыуған яҡтың тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнеү" темаларының һәр кем өсөн ҡыҙыҡлы буласағына ышандыҡ, — тип һөйләй Нәзирә Фәтхислам ҡыҙы. — Халыҡтың шул тиклем әүҙем икәнлеген күрҙек. Һәр төркөмгә 30-35 кеше йөрөнө. Фуат Толомбаевтың ике йыл рәттән үткәргән умартасылыҡ дәрестәрендә райондың һәр ауылынан тип әйтерлек йыйылған көслө һәм нәфис зат вәкилдәре ихлас шөғөлләнде.
Халыҡ университетының эше быйыл да дауам итә. Китапханасылар ойошторған дәрестәргә табиптар, район ойошмалары һәм учреждениелары етәкселәре, белгестәре ҡыҙыҡлы лекциялар менән килә. Кешеләр менән йәнле аралашыуҙан улар үҙҙәре лә ҡәнәғәт ҡала. Мәҫәлән, дәрестәрҙең береһенә райондың баш экологы Хөрмәт Исмәғилев саҡырылды. Ул тыңлаусыларҙы республикала, районда тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылына планлаштырылған саралар менән таныштырҙы, тәбиғәтте ҡурсалауға йәш быуынды йәлеп итеү, тәрбиә-аңлатыу эшен киң йәйелдереүгә иғтибарҙы йүнәлтте. Халыҡ район үҙәгендә яңы парк булдырыу, төрлө акциялар ойоштороу идеяһын хупланы.
Балалар китапханаһына килеүселәр, Башҡортостаныбыҙҙың ете мөғжизәһе менән танышып, ҙур тәьҫораттар менән ҡайтты. Районда ойошторолған бер генә мәҙәни сара ла үҙәк китапхана эшмәкәрлегенән тыш үтмәй.
— Күптәр ошо дәрестәр ойошторолғас ҡына китапхананың ишеге ҡайһы яҡтан асылғанын белде, — тип йылмая Нәзирә Кәримова. — Эшебеҙ ҙә ҡыҙыҡлыраҡ була бара, төрлө идея менән янабыҙ. Дәрестәр ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс үтмәһә, тыңлаусыларыбыҙ ҙа булмаҫ ине. Йәнле аралашыу бит йәшәүгә көс-дәрт бирә, киләсәккә ышаныс уята.
Быйыл Халыҡ университетының тағы ла ике төркөмө барлыҡҡа килде. Ҡатын-ҡыҙҙарҙан бер төркөм Иҫәнғолдағы балалар сәнғәт мәктәбендә ойошторолған фитнес клубына йөрөһә, күптәр икенсе мәктәптә асылған компьютер курсын ҡалдырмай.


Вернуться назад