Һәр минут ҡәҙерле10.05.2013
Мин оҙаҡ йылдар Өфөләге ашығыс ярҙам станцияһында водитель булып эшләнем. Ошоға бәйле йәмәғәтселектең иғтибарын мөһим проблемаға йәлеп иткем килә.
Баш ҡалала күп ҡатлы, 6 – 8 подъезлы йорттар байтаҡ. Ҡыҙғаныс, әммә уларҙағы мәғлүмәт – урам исеме, һаны – бер мөйөшөнә генә яҙылған, подъездарҙың күпселегендә ҡараңғы. Төнөн саҡырыу буйынса килгән табиптарға тейешле йортто, ваҡыт сарыф итеп, интегеп эҙләп йөрөргә тура килә. Ауырыу көткән фатирға йән-фарман килеп инеүгә: “Ни өсөн оҙаҡланығыҙ?” – тигән дәғүә менән ҡаршы алалар. Шылтыратыусыһы табылғас, ярҙамға ашығыусыларҙы ҡаршы алыусылар ҙа булһасы! Бигерәк тә төндә. Йыш ҡына табиптар иҫеректәргә, наркомандарға ла юлыға, был осраҡта уларҙың ғүмеренә хәүеф янай.
Икенсе үтенесем – чиновниктарға. “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтен насар юлдарҙан үтә алмалы, ышаныслы транспорт менән тәьмин итһендәр ине, сөнки яҙлы-көҙлө, ямғырлы осорҙа Өфөнөң төрлө биҫтәһендә шәхси йортта йәшәгәндәргә барып етеүе ифрат ауыр.