Донъялағы иң изге, шәфҡәтле һөнәрҙәр эйәләренең береһе ул табип. Ә инде балаларҙы дауалау, бәпестәрҙең сәләмәтлеген ҡурсалау икеләтә яуаплылыҡ өҫтәй, оло йөрәк, күңел киңлеге талап итә.
Өфө районының Михайловка ауылындағы амбулаториянан иртәнән кискә тиклем кеше өҙөлмәй. Бәпестәрен күтәргән йәш әсәләр, мәктәп йәшендәгеләр балалар табибына сират ала. Йөҙҙәренән ихлас йылмайыу китмәгән педиатр Регина Хәйҙәрова менән шәфҡәт туташы Инзилә Әхмәтшина һәр сабыйҙы ентекләп ҡарай, дауалау курсы билдәләй, сәләмәтлекте нығытыу буйынса файҙалы кәңәштәрен бирә.
Ә бер нисә йыл элек Михайловкала балалар табибы бөтөнләй юҡ ине. Бөгөн иһә амбулаторияла ике белгес ең һыҙғанып эшләй. Ике участкала 1600-ҙән ашыу бала иҫәпләнә, уларҙың һаны йылдан-йыл арта, сөнки ғаиләләр ишәйә, Өфөнөң Затон биҫтәһе эргәһендә урынлашҡан ауыл баш ҡаланан күсеп килеүселәр иҫәбенә лә ҙурая.
— 2010 йылда Михайловкала эш тәҡдим иттеләр. Ул саҡта Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлап, декрет ялында өйҙә ултыра инем. Иңемә ятаһы яуаплылыҡтан тәүҙә баҙабыраҡ ҡалдым. Шулай ҙа коллектив бик яҡшы ҡаршы алды, хеҙмәттәшем, тәжрибәле шәфҡәт туташы Инзилә Мөҙәрис ҡыҙы эш башлағанда айырыуса ҙур ярҙам күрһәтте, уң ҡулыма, ныҡлы терәгемә әйләнде, — ти Регина Марат ҡыҙы. — Үҙем Өфө районының Авдон ҡасабаһында үҫтем. Бәләкәйҙән медицинаға ынтылышым ҙур ине, 2000 йылда Өфөләге 2-се медицина училищеһына уҡырға индем, 2003—2009 йылдарҙа медицина университетының педиатрия бүлегендә белем алдым. Тормошта барыһына ла өлгөрөргә ынтылам, шуғалыр ҙа студент мәлемдә үк ғаилә ҡороп, әсәй булдым. Ҡыҙым Дианаға — дүрт йәш, бында эш башлаған саҡта ике йәше лә тулмағайны әле. Бала үҫтереү тәжрибәм булғас, бәпестәрҙе дауалау, әсәләр менән аралашып, уртаҡ тел табыу еңел бирелә. Бәләкәстәрҙе яратыуым да быға булышлыҡ итәлер. Нур йомғағы кеүек һөйкөмлө бәпестәрҙе ҡулға алыу менән тупылдатып яратҡы килә, фәрештәләй саф күңелле сабыйҙарҙың сәләмәтлеге һағында тороу, уларҙың үҫеш баҫҡыстарын күҙәтеү — минең өсөн үҙе бер кинәнес...
Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, төплө белемле, эшен еренә еткереп башҡарған, кешелекле, кеселекле табип коллегалары һәм ауыл халҡы араһында тиҙ үк абруй яулаған. Бер йыл элек утыҙы ла тулмаған Регина Хәйҙәрова Михайловка амбулаторияһы мөдире итеп тәғәйенләнгән.
Бөгөн бында юғары белемле тиҫтәгә яҡын табип, 12 шәфҡәт туташы 10 меңдән ашыу халыҡты хеҙмәтләндерә. Былтыр "Ауыл табибы" дәүләт программаһына ярашлы дүрт йәш белгес эшкә алынған. Медицина учреждениеһында тәүге ярҙам хеҙмәтенән файҙаланыу, төрлө процедура үтеү, анализ биреү мөмкинлеге бар. Балалар патронажы хеҙмәте лә ойошторолған, яңы тыуған сабыйҙар табиптарҙың ентекле күҙәтеүендә. Эргәлә урынлашҡан Михайловка приюты тәрбиәләнеүселәренең, 83-сө һөнәрселек училищеһы студенттарының, мәктәп уҡыусыларының, балалар баҡсаһына йөрөүселәрҙең һаулығын даими күҙәтеү, иммунизация саралары үткәреү, прививка эшләү ҙә — балалар табиптары иңендә.
— Һау-сәләмәт балаларҙың йылдан-йыл кәмеүе борсоуға һала. Аллергиянан яфаланыусыларҙың күбәйеүе, вируслы сирҙәрҙең артыуы — экологияның насарайыуы, һауабыҙҙың бысраныуы һөҙөмтәһе. Шуға ла сәләмәт йәшәү рәүешенә күберәк иғтибар бүлергә кәрәк. Баланы 1,5 йәшкә тиклем күкрәк һөтө менән имеҙеү, биләүҙән үк сыныҡтыра башлау, спортҡа йәлеп итеү, йәйен ғаилә менән тәбиғәт ҡосағына сығыу, бассейнға йөрөтөү, прививкаларҙы ваҡытында яһатыу, файҙалы ризыҡ менән туҡланыу — былар барыһы ла иммунитетҡа ыңғай тәьҫир итә. Кескәйҙәрҙең күңел донъяһын аңларға ынтылыу, улар менән йышыраҡ һөйләшеү, серләшеү, бергәләп уйнау ҙа баланың һау, үҙ көсөнә ышанған, бәхетле кеше булып үҫеүе өсөн мөһим. Һау-сәләмәт балалар, бәхетле әсәйҙәр күберәк булһын, — тигән теләктә Михайловка табиптары.