Именлекте һаҡлау — изге бурыс10.05.2013
Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин:
— Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Әл-хәмдү лил-ләһи раббил-ғаләмин Үәс-саләтү үәс-сәләмү ғәлә мүхәммәдән үә ғәлә әлиһи үә әсхәбиһи әжмәғин.
Аллаһ Тәғәлә әҙәм балаһын яратып, һәр милләткә йәшәү өсөн айырым урындар билдәләгән. Халыҡтарҙың тарихы тыуған еренә ныҡлы бәйле: бында уларҙың бихисап быуыны үҫкән, тормош көткән, шундағы тәбиғәткә, климатҡа һәр яҡлап ҡулайлашҡан. Һәр кем ошо изге төйәген яратырға, һаҡларға бурыслы. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм дә: “Ватанды һөйөү — имандың бер өлөшө”, — тигән икән, йәшәгән еребеҙҙе — ауылыбыҙҙы, төбәгебеҙҙе, илебеҙҙе — хәстәрләргә, уны төрлө баҫҡынсыларҙан ҡурсаларға тейешбеҙ.
Атай-олатайҙарыбыҙ Бөйөк Ватан һуғышында илбаҫарҙарға ҡаршы берҙәм күтәрелеп, ошо изге бурысын үтәне. Быйыл Бөйөк Еңеүҙең 68 йыллығын билдәләнек. Беҙҙә һуғыш урап үткән бер ғаилә лә юҡ, һәр береһендә уның яралы эҙе ҡалған. Илдең именлеге өсөн ҡан ҡойған, ҡорбан булған ҡаһармандарыбыҙҙы ҙур хөрмәт менән иҫкә алайыҡ, ихтирам итәйек. Яу ҡырҙарында ятып ҡалған, ахирәткә күскән яугирҙәребеҙ үҙенең мәңгелек рәхмәтен алһын, тереләргә бәрәкәтле тормош насип итһен. Әле армия сафындағы егеттәребеҙгә лә ихтирам күрһәтәйек. Уларҙың да хеҙмәте — имандың бер өлөшө.
Шул уҡ ваҡытта илдең именлеген һаҡлау, уның үҫешенә булышлыҡ итеү — һәр беребеҙҙең изге бурысы. Аллаһ Тәғәлә һәммәбеҙгә лә ошо ғәмәлдәрҙе теүәл үтәргә насип итһен. Шулай икән, иншаллаһ, илебеҙ тыныс, күгебеҙ аяҙ, донъя имен булыр. Амин.