Хәбәр итеүебеҙсә, "Башҡортостан" гәзите редакцияһы Башҡортостан юлдаш телевидениеһы менән берлектә һыу баҫыуҙан ҡаза күргәндәр өсөн гуманитар ярҙам ойошторҙо. Тәғәйенләнгән көндө лә көтмәйенсә, нәшриәт биргән машинала тәүге ылау менән юлға сыҡтыҡ. Туп-тулы кейем-һалым, һауыт-һаба, башҡа кәрәк-яраҡ тейәп. Ләкин Ғәбдөккә барып етә алманыҡ — йөктө Йөйәк ауылы хакимиәтендә ҡалдырҙыҡ. Машина юлының өс-дүрт километры Инйәр йылғаһының ажғыр тулҡындары аҫтында ҡалғайны...
Был турала күп яҙылды, һөйләнелде, күрһәтелде. Шуға ла һүҙҙәр эпилог урынына булһын.
Берҙәмлек ҡотҡарҙыАуылдың аҫҡы урамынан ҡырғын үткән һымаҡ. Ҡот осҡос хәл. 8 апрелдән һуң ярайһы ваҡыт үтһә лә. Бигерәк тә түбәндәрәк: яр буйҙары йығылған ағас, сүп-сар, бүрәнә-таҡталар, ҡалайҙар менән тулған. Ирекһеҙҙән, халыҡ нисек иҫән ҡалғандыр, тигән уй тыуа. Дәррәү, ярҙамсыл булғанғалыр. 150-ләп йорттан
45-е ҡаза күргән бит. Тәү ҡарашҡа тағы бер феномен — бураларҙан тыш, элегерәк һалынған йорттар урынында ултыра. Был нилектәнме? Әлеге шул тырыш, берҙәм халыҡтың оҫта булыуында, хатта ажғыр ташҡындарға ҡаршы торорлоҡ, ҡәлғә һымаҡ ныҡлы өйҙәр һала алыуында.
Ах, бәлә ағас башынан йөрөмәй шул — әҙәм башынан йөрөй.
— Күршем шылтырата, һыу баҫа, ти. Аптыраным, уға ярҙам кәрәктер тип сыҡһам, иҫ китте — метрҙай боҙло тулҡын беҙгә табан тәгәрәп килә. Быҙауҙы булһа ла алып ҡалайым тип һарайға йүгереп барҙым. Малҡайҙы күтәреп сығарыуға, һыу күкрәктән булды... — тип һөйләй Әпсәмих Мөхәмәтшин. — Тиҙ генә ике ҡыҙым менән ҡатынды өй башына мендерҙем. Өй эсенә 70 сантиметрлап һыу килеп тә инде. Баҙ ҡапҡастары, бөтә йыһаз йөҙөп йөрөй. Тышҡа ағып сыҡмаһындар тип солан ишеген элеп ҡуйҙым. Бәләкәй ҡыҙҙы тынысландырам, хәҙер һыу кире ҡайта, тим. Юҡ, алдайһың, атай, ана бит бая элгес күренә ине, хәҙер юҡ, ти бала...
Мал-тыуар бәлә килерен алдан һиҙенә, ти бит ул. Мөхәмәтшиндарҙың аты һыу килер алдынан бер туҡтауһыҙ кәртә эсендә сапсынған, кешнәгән. Аптырап, хужа хайуанҡайҙы эскә бикләп ҡуйған. Эте лә ерле юҡҡа өргән дә өргән. Бесәйе көнө буйы солан башында ултырған. Әпсәмихтең аты һыуҙа сәсәп үлгән, һыйыры, үгеҙе лә...
Илдус Баязитов тимер юлда эшләй:
— Өйҙә инем. Сәғәт 8-ҙәр тирәһендә эштән ҡайттым. Ул саҡта һыу юҡ ине, ике сәғәттән һуң 15–20 минут эсендә ҡапыл бәрҙе лә инде... Ғәзим ағай командировкала, еңгә — өйҙәрендә. Өс бала уларҙа бергә уйнай. Еңгәне лә, балаларҙы ла алып сыҡтыҡ. Ҡурҡырға ваҡыт юҡ икән. Өй ҡыйығында ултырҙыҡ. Балаларҙы төрлөсә йыуатабыҙ, улар ҙа ҡурҡманы. Ут һүнде, өй телефоны эшләмәне. Беҙҙә бит "сотовый" тотмай. МЧС-фәлән килмәне. Киске сәғәт 10-дарҙа менгәйнек, таңғы 4-тәр тирәһендә төштөк. Һыйыр, ике башмаҡ, ҡош-ҡорт китте... — тип һөйләне ул.
Хәлисә Ғәлләмова иһә түбәндәгеләрҙе бәйән итте:
— Иң тәүҙә кәртәләр аҡты. Алдан соланға кәмәне сығарып, тын тултырып ҡуйғайныҡ. Быҙауҙарҙы алып ҡалайыҡ, исмаһам, тип кәмәлә йөҙөргә уйлаһаҡ, ташҡын үҙебеҙҙе өйөрөлтөп алып китте. Килен өйҙә ҡалғайны, уға: "Арҡан ырғытығыҙ!" — тип ҡысҡырабыҙ. Шулай итеп, ҡалған кәртәгә тотоноп, соланға килеп керҙек. Үҙебеҙ иҫән ҡалдыҡ. Биш баш малыбыҙ юҡ: ике һыйыр, ике башмаҡ, быҙау. Биш умарта йөҙөп йөрөй...
Был хәл 45 өйҙөң һәр береһендә булған. Иҫәпләүҙәренсә, 30 баш самаһы мал (12 һыйыр, ике быҙау, ике ат, 11 башмаҡ-үгеҙ, ҡалғаны — һарыҡ) һыуҙа тонсоҡҡан, ағып киткән. Ҡош-ҡортто һанамағандар ҙа. Ә күпме өй йыһазы, картуф, он, төҙөлөш материалдары, кәртә-ҡура, буралар... Шул иҫәптән Нуретдин Шөғәйеповтың 8х12 метр ҙурлығындағы өй бураһы, ҡыйыҡ ябыу өсөн алған буяулы ҡалайы, таҡталары...
Ярай әле баш иҫән, мал табылыр, ти бәләгә тарыусылар. Үҙемдән өҫтәп тағы шуны әйтке килә: иң ҡурҡынысы — төнгә ҡарай һыу баҫһа, икенсеһе — тәүге мәлдә төрлө вазифалағы түрәләрҙең битарафлығы. Был исемлеккә Йөйәк ауыл Советының хакимиәт башлығы Шәүҡәт Салауатов ҡына инмәй. Ул ауылынан тиҙ арала кәмәле егеттәрҙе йыйып килтерә, МЧС-ҡа шылтырата. Тик һуңғылары, халыҡ әйтеүенсә, оҙаҡ көттөрә... Әгәр ауыл ирҙәре (эх, һәр береһенең исемен атап яҙыр инем!) тәүҙән үк ҡаушап, юғалып ҡалһа, ҡорбандар кеше башы менән иҫәпләнер ине. Бына бит егетлек ҡайҙа һынала! Бар ғиллә — шунда.
Ауыр уйҙар менән кителде Ғәбдөктән. Шулай уҡ уларҙың хәл ителмәгән мәсьәләһе менән дә. Бында төп проблема: Йөйәккә сығыр өсөн юлдың ныҡлап күтәртелмәүе (поезд юлы йәнәшә бара, күтәртелгән, уны һыу баҫмай бит), электр мәсьәләһенең хәл ителмәүе, кеҫә телефондарының сигналды тотмауы. Халыҡ "оло ил" менән электричка аша ғына бәйләнешкә инә. Уныһы көнөнә ике тапҡыр үтә. Күтәртелгән автомобиль юлынан һыу баҫҡан йылдарҙа йөк машиналары ла үтә алмай. Ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеү, янғын һүндереү машиналары ла...
Сәбәптәр, сәбәптәр...Һуғыш үткәс, сәбәп эҙләүселәр ҙә, геройҙар ҙа ишәйә. Кемдер риза булыр минең менән, кемдер — юҡ. Бөгөн, ҡаза булғандан һуң, "һарыҡты кем ашағанын" эҙләүҙең мәғәнәһе лә ҡалмай һымаҡ, сөнки беҙҙә барыбер "уҡсылар" ғына йәки диспетчер, эшсе ғәйепле булып ҡала. Ул элек тә шулай ине, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әле лә шулай. Отчеттар төҙөлә, рапорттар китә. Сәбәпте эҙләүҙең төп мәғәнәһе бәлә-ҡазаға бүтәнсә юл ҡуймау булырға тейеш тә бит...
Ғәбдөктә бәләнең башы иң элек Рыҫҡол тип аталған боролошҡа боҙҙоң күпләп тығылыуы арҡаһында оло быуа барлыҡҡа килеүе булһа, яҙғы ҡазаны "татыған"
барлыҡ ауылдарҙа ла шул уҡ хәл. Әйтеүҙәренсә, Ғәбдөктә был хәүеф йыл һайын тыуа. 1946 йылда ла әлеге кеүек ҡот осҡос фажиғә булған. Бөгөнгө заманда, Шурик тураһындағы комедияның бер геройы әйтмешләй, "Йыһанға осҡан заманда", хәл ителмәҫ мәсьәлә юҡ һымаҡ. Бигерәк тә боҙҙо еңер өсөн шартлатҡыстары (арсеналы) күп булған илдә.
1946 йылды юҡҡа ғына айырым яҙманым. Унда ла Инйәр ныҡ күтәрелгән, ләкин әлеге һымаҡ уның боҙо, һыуы өйҙәргә бигүк инмәгән, ике метрға тиклем етмәгән, сөнки өйҙәр ярҙан алыҫтараҡ һалынған. Был ул саҡта ауылдың бәләкәйерәк булыуына ла бәйлелер. Эйе, хәҙер Ғәбдөк кенә түгел, бөтә ауылдар ҙа ҙурайҙы, бигерәк тә ҡасабалар. Таулы райондарҙа урын тар. Ә ниңә һуң бер Белорет тураһында ғына һүҙ алып барырға, Ҡырмыҫҡалы менән Архангелдә йәки Стәрлетамаҡта миҫал аҙмы ни?!
Бында төп сәбәп — өйҙәрҙең яр ситенә үк төҙөлөүе. Өй хужаларының ғәйебе юҡ, ә ошо проекттарҙы хуплаған түрәләрҙең эше был.
Бер генә миҫал: тиҫтә йылдан ашыу элек (яҙғы ташҡын ваҡыты түгел!) Тирлән ҡасабаһында завод быуаһы йырылып китеп, 8 (12) метр бейеклектәге һыу өйҙәр өҫтөнә ябырылды. Иртәгәһенә барғанда, яр буйының өйҙәрен генә түгел, хатта үҫеп ултырған ағастарҙы ла күрмәнек. Һаман хәтерҙә ике йәш парҙың илап, өйҙәренең ҡайҙа булғанлығын эҙләп йөрөүе. Мал нимә ул, нисәмә тиҫтә кеше һәләк булды!
Кем оло быуа аҫтындағы урамдың проектын төҙөгән, ҡабул иткән — хәҙер эҙләп ҡара инде. Урын булмағанмы? Ни өсөн булмаһын, ул саҡта фажиғәгә тарыған кешеләргә республиканың ҡала һәм райондары әллә нисәмә урамлыҡ йорттарҙы бер нисә ай эсендә ҡалҡыу урында һалып биргән бит.
Хәҙер бар фажиғәлә МЧС-ты ғәйепләргә күнеккәнбеҙ. Эйе, етешһеҙлектәр бар, ләкин улар — беҙҙең кеүек үк ябай егеттәр — фажиғәгә тарығандарҙы ҡотҡарыу өсөн утҡа ла, һыуға ла ташлана. Ошоно ла оноторға ярамай.
Тағы бер нәмә: ниндәйҙер ҡаза, фажиғә булһа, ошо уҡ бәләгә тарыған ябай халыҡты ғәйепләргә тотоналар. Имеш, иҫкәртеү яһаныҡ, өйҙәренән сығырға
теләмәнеләр. Тимәк, иҫкәртеү тейешенсә ойошторолмаған. Ғәбдөктә иһә Инйәр йылғаһының боҙо ағып киткән, һыуы ярына ҡайтҡан булған. Тик аҫтараҡ — Рыҫҡол боролошона — барып тығылған. Халыҡ тынысланған. Инйәр һыуы ҡапыл күтәрелеп, кирегә табан ябырылған. Бигерәк тә көтмәгән яҡтан. Ә бит йыл һайын боҙ ошонда тығыла, уны ғына теркәп ҡуйып булмаймы ни? Алда телгә алған Тирлән фажиғәһендә лә ошондай уҡ сәбәп булды — алдан иҫкәрттек, йәнәһе, өйҙәренән сыҡмағандар. Һуң, быуа тиклем быуа китерен алдан белгәс, ниңә өйҙәргә инеп мәжбүри сығармаҫҡа? Бәлки, унда дөйөм йыйылышҡа бара алмаған ауырыу яталыр...
Бар сәбәптәр төпкә — бюрократ-чиновниктарҙың үҙ эшенә яуапһыҙлығы артына — йәшеренгән, ә һис кенә лә тәбиғәттең көйһөҙлөгөнә түгел. Әҙәм балаһы үҙе тыуҙыра ҡаршылыҡтарҙы. Шунан һуң "ура" ҡысҡырып еңә башлай.
Ғәбдөктәргә ярҙамға нисек аҡса күсерергә? Получатель: УФК по РБ (Зуяковский сельсовет)
л/с 02013069690
Сч. 40101810100000010001 в ГРКЦ НБ РБ Банка России г. Уфа БИК 048073001
КБК 79111705050100000180
ИНН 0211001998
ОКАТО 80211817000