Мин — мәғариф ветераны. Ҡырҡ йылға яҡын ғүмеремде балаларға белем, тәрбиә биреүгә арнаным. Беҙҙең заманда компьютеры ла, интерактив таҡтаһы ла, Интернеты ла булманы һәм был, минең ҡарашҡа, яҡшы ла ине. Бала белемде, аң-зиһенде — китаптан, гәзит-журналдарҙан, ә тәрбиәне ыңғай өлгөнән алып үҫте. Ә бөгөн нисек? Компьютер уйындары баланың аңын томаланы, Интернет уның булмышын виртуаль донъяға күсерҙе. Уҡытыусы абруйы хаҡында һөйләп тә тораһы түгел...
Ғөмүмән, һуңғы йылдарҙа мәғариф өлкәһе ныҡ үҙгәрҙе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ыңғай яҡҡа тип әйтә алмайым. Әлбиттә, бөтә реформалар ҙа, тәү ҡарамаҡҡа, сифатлы белем, юғары тәрбиә, лайыҡлы киләсәк принциптарынан сығып тормошҡа ашырыла кеүек, әммә, төптәнерәк уйлап ҡараһаң, был “маҡсаттар” менән бер ҙә генә килешке килмәй бит әле. Мәҫәлән, ҡулайлаштырыу республикала ғына нисә мәктәптең башына етте, шул арҡала күпме уҡытыусы эшһеҙ ҡалды? Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшыра торғас, “даныбыҙ” илгә таралды. 83-сө Федераль законға ярашлы, хәҙер ҡайһы бер уҡыу йорттарын, балалар баҡсаларын автономлы учреждение статусына күсерәләр. Тимәк, улар ҙа үҙаллы аҡса табырға тейеш. Ҡала, ҡасабаларҙағы мәктәптәр, баҡсалар өсөн был отошлолор, әлбиттә. Ә бәләкәй ауылдарҙағылар өсөн үҙаллылыҡ ҡулаймы? Иң аяныслыһы — был “яңырыуҙар” бер ҙә генә туҡтау белмәй. Бына быйылғы уҡыу йылынан, мәҫәлән, өсөнсө физкультура дәресе индерелде. Һис шикһеҙ, дөрөҫ ҡарар: уҡыусының сәләмәтлеге һәр саҡ тәүге урында булырға тейеш. Әммә был өҫтәмә дәрескә белем усаҡтарыбыҙ әҙер инеме? Мәҫәлән, бөгөн Башҡортостан мәктәптәренең 197-һендә спорт залы бөтөнләй юҡ, күптәрендә спорт ҡорамалдары тейешле кимәлдә һәм күләмдә түгел. Ә бит республика матди-техник йәһәттән күп төбәктәргә өлгө булып тора. Ирекһеҙҙән һорау тыуа: был белем усаҡтарына нимә эшләргә? Уҡыусыларҙы, физкультура уҡытабыҙ тип, урамға ҡыуып сығарыуҙан, тынсыу, ҡараңғы коридорҙа шөғөлләндереүҙән фәтүә бармы?
Әлбиттә, бөтәһе лә насар тип оран һалырға йыйынмайым. Ғорурланырлыҡ ҡаҙаныштарыбыҙ ҙа, күрһәтерлек тәжрибәбеҙ ҙә бар, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, етешһеҙлектәр ҙә тулып ята. Әле бына республика кимәлендә тулы ҡеүәттә балалар баҡсалары төҙөй башланыҡ. Ә бит ҡасандыр уларҙы ла, бөгөн мәктәптәрҙе шартлатып бикләп ҡуйған ише, үҙебеҙ ябып бөткәйнек. Тарих ҡабатланмай тип кем әйткән?..
Бөгөнгө мәғариф яңылыҡтары менән танышҡан һайын бер һорау борсой — нимәгә өлгәшергә теләйбеҙ? Совет заманында бер ниндәй реформалар ҙа, проекттар ҙа, махсус программалар ҙа булманы. Әммә Йыһанға ла тәүләп остоҡ, асыштар ҙа яһаныҡ, аҡыллы, булдыҡлы егеттәр һәм ҡыҙҙар ҙа тәрбиәләнек. Ә бөгөн мәғарифтың ниндәй йүнәлештә үҫергә тейешлеген етәкселәр үҙҙәре лә аныҡ ҡына аңлап бөтмәй буғай. Юҡһа һәр башланғыс шул тиклем дә төрлө фекер уятмаҫ ине.
Фәүзиә СОБХАНҒОЛОВА,
мәғариф ветераны.
Күмертау ҡалаһы.