“Онотмағыҙ беҙҙе!”— тип өндәшәләр һымаҡ10.05.2013
Еңеү паркы, батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ символы булараҡ, һәр кемдә ихтирам, һоҡланыу хистәре уята. Шуныһына шатланам: тиҫтәләрсә йыл дауамында бында хоҡуҡ тәртибен боҙоуҙың теркәлгәне юҡ. Паркка килгән һәр кем яугирҙәр хәтеренә ҡарата ихтирамлы булырға тырыша. Тимәк, ошо мөхит үҙе тәрбиәүи көскә эйә.
Был урын — алыҫтан килгән ҡунаҡтар өсөн данлы һәм шанлы йылдарҙы иҫкә алыу мәккәһе. Болоттарға ашҡан төҙ ҡарағайҙары, йәшел шәлен иңенә һалып моңайған аҡ ҡайындары, кешеләрҙе ҡала ығы-зығыһынан айырып, тәрән мәғәнәле хәтирәләр диңгеҙенә тарта алыуы менән күңелгә дәрт, көс биреп торалыр һымаҡ. Парк баш ҡалабыҙ Өфөнөң иң күркәм урындарының береһендә — Дежнев ҡалҡыулығында — урынлашҡан. Ағиҙел йыраҡ түгел. Дөйөм майҙаны — 232 гектар. Белгестәр баһалауынса, был ландшафт һәм тарихи мемориаль архитектура комплексы — ҡаланың иң матур урыны. Майҙандың яртыһынан аҙыраҡ өлөшө плато һымағыраҡ тигеҙлектә булһа, ҡалған өлөшө — Ағиҙелгә тартым урында.
Исеме ярайһы уҡ билдәле Рәйес Ямалетдинов һөйләгәндәрҙән: “Нефть институтында уҡығанда (уҙған быуаттың 50-се йылдарында) “Победа” кинотеатрын төҙөгәндәрен хәтерләйем. 1 Май урамы юҡ дәрәжәһендә. Тимер юлға табан — әсир немецтар өсөн барактар теҙмәһе, сәнскеле сымдар. Оҙон күл буйында һәм киң һаҙлыҡта — ҡоштар донъяһы. Бер мәл Черниковка ҡалаһы йәштәре Ағиҙел буйындағы тигеҙлектә ағас ултырта башланы. Беҙ, студент халҡы, билдәле, иң алдан йөрөйбөҙ. 1954 йыл булһа кәрәк, рәт-рәт саған, ҡайын ултыртабыҙ, араларында — йәсмин ҡыуағы. Артабан — ҡарағай рәттәре... 1957 йылда ағас ултыртыу эше тамамланды.
Мин бер төркөм егеткә бригадир инем. Ҡайһы бер уҡытыусылар ҙа бригадаға инеүҙән тартынманы. Шуныһы ла онотолмай: ректорыбыҙ Борис Васильевич Клименок ҡултыҡ таяҡтарында булһа ла эшләшә ине. Буласаҡ ректор Александр Иванович Спивак V курста комсорг ине, ул да әүҙем ҡатнашты...”
Республика етәкселәре Еңеү паркын булдырыуҙы 1945 йылда һуғыш тамамланғас та хәстәрләй башлай. “Победа” кинотеатрына нигеҙ һалыу ҙа — шуның бер дәлиле. Уның аръяғындағы имәнлек тәбиғи парк зонаһына әүерелдерелә һәм “Еңеү паркы” тип атала. Ләкин ысын комплекс төҙөү өсөн был ерҙең мөмкинлектәре етмәүе аңлашыла, һәм яңы урын эҙләй башлайҙар. Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов менән Миңлеғәле Ғөбәйҙуллинға һәйкәл ҡуйыу мәсьәләһе алға баҫҡас, Дежнев тауы һайлана.
Монумент 1980 йылда ҡалҡа. Авторы, күренекле скульптор Лев Кербель Еңеү паркын тантаналы асыу алдынан Өфөгә килеп төшә. Ер эштәренең осо-ҡырыйы күренмәгәненә һушы китә. Партия өлкә комитетының беренсе секретары М.З. Шакиров менән осрашҡанда: “Еңеү көнөнә эштәр бөтәһе түгел, ни өсөн мине саҡырҙығыҙ?” — тип һорай. Хужа юғалып ҡалмай. “Бына график. 9 Май иртәһенә парк йылмайып ҡаршы аласаҡ. Ҡояш ҡына булһын”, — ти.
Кәйефе ҡырылған мәшһүр һынсыны еңел теплоходта Ағиҙел буйлап сәйәхәттә йөрөтәләр. 23,4 метр бейеклектәге стеланың, ундағы Матросов менән Ғөбәйҙуллин һындарының күркәмлеге Кербелде һоҡландыра. “Был уңышлы урын. Бөтәһе лә иҫ киткес буласаҡ!” — тип дәртләнә ҡәҙерле ҡунағыбыҙ.
Шул уҡ ваҡытта парк майҙаны ҡырмыҫҡа иләүе һымаҡ геүләй. Завод эшселәре — кем смена алдынан, кем вахтанан һуң — ең һыҙғанып ярҙамлаша подрядсыларға.
Лев Кербель: “Күп илдәрҙә булдым, әммә бындағылай энтузиазмды күргәнем юҡ ине. Иҫең-аҡылың китер — бушлай эшләйҙәр! Бына ҡайҙа ул Бөйөк Еңеүҙе ололау!” — тип һоҡланыуын белдерә.
Еңеү паркы 1980 йылдың 9 Майында тантаналы шарттарҙа асыла. Меңдәрсә кеше ҡатнаша, алма төшөр урын да булмай.
Ошо йылдың майында Өфө ҡала Советы, парктың исемен рәсмиләштереү өсөн ҡарар ҡабул итә. Дөрөҫ, ул ваҡытта ла күп эш — графикта ҡаралғандары — теүәлләнеп бөтмәгәйне, улар әле лә тулып ята. Әммә шуныһы хаҡ: Еңеү паркы төҙөк һәм матур, килгән-киткәнде көләс йылмайып ҡаршы ала, саф һауаһы күркәмлеге менән һоҡландыра, бай йөкмәткеһе иһә тарих төпкөлөнән уратып алып ҡайта. Парк — йәштәр һәм балалар өсөн ял урыны. Ләкин бында күңел асыу саралары юҡ. Һәр кем үҙ белдегендә. Күптәр “Т-34” танкы янында урала, фотоға төшә, башҡалар — артиллерия ҡоралдары янында. Һуғыш утында сыныҡҡан, әммә сафтан сыҡмаған алты орудие күптәрҙең иғтибарын үҙенә тарта.
Парктың үҙәк аллеяһынан ситтәрәк республиканың Хәрби Дан музейы урынлашҡан. Ул 2000 йылдың 9 майында асылды, йәше-ҡарты күп йөрөй. 2012 йылда, мәҫәлән, 40 меңдән ашыу кеше килгән. Музей экспонаттары өҙлөкһөҙ яңыртыла, тулыландырыла. Яңы музей технологияларын индереү һөҙөмтәһендә виртуаль экскурсия ойоштороу мөмкинлеге асылды.
1985 йылда паркта ярым эйелгән гранит байраҡтарҙа Советтар Союзы Геройҙарының (278 кеше) һәм Дан орденының тулы кавалерҙарының (40 яугир) исеме металдан ҡойолған хәрефтәр менән яҙылған. 3800 хәрефте “Өфөгражданстрой” ойошмаһы беркетте.
Парктың Ағиҙелгә ҡараған бейек урынында иң аҫыл яҡташтарыбыҙҙың береһе, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Ғайса улы Гәрәевтең мемориаль ҡәбере бар. Уның алдынан йыл әйләнәһенә сәскә өҙөлмәй. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры генерал-майор М.М. Шайморатов менән Советтар Союзы Геройы генерал-майор Т.Т. Кусимовтың һәйкәленә лә эҙ һыуынмай.
Бынан 13 йыл элек Бөйөк Еңеүҙең 60 йыллығы хөрмәтенә фронтовик әхирәттәр, үҙ аллеяһын булдырып, 60 шыршы ултыртҡайны. Бәхеткә, бөтәһе лә үҫеп китте һәм паркка йәм өҫтәне. Әле бына тыл батырҙарын данлаған монументаль ҡоролма ҡуйыласағы тураһында ла хәбәр ишетелеп ҡалды.
...Еңеү паркы үҙ тормошо менән йәшәй бирә. Күркәм яңылыҡтарҙың береһе — йәштәрҙең туйҙа ошо парк аллеяларында, һәйкәлдәр янында иҫтәлеккә фотоға төшөүе йолаға әйләнде. Еңеү паркында рухланып ғаилә ҡороусылар Ватанға лайыҡлы граждандар үҫтерер, тип ышанғы килә.