Йыл һайын халыҡ көн йылынғанды дүрт күҙ менән көтә: кемдер, ниһайәт, урман-ҡырға сығып ял итергә хыялланһа, бәғзеләрҙе донъя мәшәҡәте тәбиғәт ҡосағына әйҙәй.
Нисек кенә булмаһын, оноторға ярамай: май айында талпан әүҙемләшә. Шуға күрә ҡайҙа ғына йөрөһәгеҙ ҙә уяу булырға, зарарлы бөжәктән һаҡланырға кәрәк.
Талпан үҙ ауырлығынан тиҫтәләрсә тапҡырға күберәк ҡан һурырға һәләтле. Күҙе юҡ, әммә еҫте бик яҡшы тоя: кешене йәки йәнлекте ун метр алыҫлыҡтан уҡ һиҙә, һәрмәүестәре ярҙамында хәрәкәт итә.
Талпан еүеш урындарҙы үҙ итә, шуға күрә япраҡлы йәки ҡатнаш үлән үҫкән урмандарҙа айырыуса күп осрай. Күләгәле йырындар, шырлыҡтар, урман шишмәләре буйындағы таллыҡтар, үләнле һуҡмаҡтар ҙа – зарарлы бөжәктең яратҡан төйәге. Әйткәндәй, урман һуҡмаҡтары буйында улар бигерәк тә күп була, сөнки бында талпанды үтеп-һүтеп йөрөгән кешеләрҙең һәм йәнлектәрҙең еҫе ылыҡтыра. Күптәр иһә, “талпан өҫтән һикерергә һәләтле”, тип яңылыша: ул ярты метрҙан да бейегерәк булмаған үләнгә, һабаҡҡа, һерәйеп торған ағас ботағына ултырып ҡорбанын көтә, йәбешкәс, уңайлы урын эҙләп, тәнгә ҡаҙала.
Ата талпан ҡорбанының тәнендә оҙаҡ тормай – кәрәгенсә ҡан һурғас, ысҡынырға ашыға. Инә талпандың иһә алты тәүлеккә тиклем йәбешеп тороуы мөмкин. Ул иҫ киткес күп ҡан һура (үҙ ауырлығынан йөҙ тапҡырға тиклем күберәк). Туҡ талпандың бармаҡ башы ҙурлыҡ булыуы ихтимал.
Кешеләргә талпан хәүефле инфекция йөрөтөүсе булараҡ билдәле: йоға ҡалһа, нервы системаһын ҡаҡшатыусы талпан энцефалитының һаулыҡҡа ифрат ҙур зыян килтереүе ихтимал. Шуныһы бар: бөжәктәрҙең барыһы ла зарарлы түгел, әммә уның хәл-торошон махсус лабораторияла ғына тикшереп була. Шуға күрә, тәбиғәт ҡосағынан ҡайтҡандан һуң талпан ҡаҙалғанын күрһәгеҙ, уны тиҙерәк тартып сығарырға (үҙегеҙҙең хәлдән килмәй икән, яҡындағы медицина учреждениеһына мөрәжәғәт итегеҙ), артабан махсус лабораторияға тапшырырға кәрәк. Талпан зарарһыҙ тип табылһа, көйәләнергә урын юҡ. Әгәр ҙә энцефалитлы бөжәк ҡаҙалған икән, кисекмәҫтән дауалана башларға кәрәк. Иң тәьҫирле ысул – иммуноглобулин ҡаҙау. Уның ярҙамында организм вирусҡа ҡаршы көрәшә. Башҡа дауалау ысулдары ла бар.
Әйткәндәй, талпан энцефалиты сире тиҙ үҫешә – бөжәк тешләгәндән һуң 1,5 – 3 аҙна эсендә кеше ауырып та китә. Вирус мейе, арҡа мейеһе, перифирия нервылары эшмәкәрлегенә зыян килтерә. Мускулдарҙа тартышыу барлыҡҡа килә, һиҙеү тойғоһо ҡырҡа кәмей. Вирус мейене тулыһынса ялмап алғандан һуң, баш ауыртыуы көсәйә, уҡшыта, ауырыуҙың иҫен юғалтыуы йәки ориентиры буталыуы ихтимал. Артабан йөрәк-ҡан тамырҙары, аш һеңдереү системалары зарарлана. Тән температураһы бик юғары була. Ауырыуҙың хәле хөртәйгән осраҡта, фалиж һуғыуы ихтимал. Кеше организмының талпан энцефалитын күтәрмәүе лә бар: сир тарихында үлем осраҡтары ла теркәлгән.
Талпан энцефалитын иҫкәртеүҙең иң тәьҫирле ысулы – махсус прививка яһатыу. Уны көҙ-ҡыш миҙгелендә үк эшләтергә кәрәк. Икенсе юл – урман-ҡырҙа ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәү: тән тулыһынса ҡапланырлыҡ итеп кейенеү, талпандарҙы ҡурҡытыусы репеллент һибеү, ҡайтҡас, тәнде ентекле тикшереү. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: талпан энцефалитын иҫкәртеү, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү дауалауҙан күпкә еңел.