Яугирҙәргә ярҙамға07.05.2013
13–17 майҙа Республика врач-физкультура диспансерында һуғыш ветерандары өсөн Асыҡ ишектәр көнө уҙғарыла.

Диспансер белгестәре — дауалау физкультураһы табиптары, физиотерапевтар, травматологтар — иртәнге сәғәт 9-ҙан көндөҙгө 4-кә тиклем умыртҡалыҡ, быуын ауырыуҙарынан яфаланған, имгәнгән кешеләрҙе һауыҡтырыу мәсьәләләре буйынса бушлай консультация ойоштора. Диспансер ҡарамағындағы Сәләмәтлек үҙәгендә лә тикшерелергә мөмкин.
Табиптар 210-сы (травматолог), 105-се, 305-се (дауалау физкультураһы), 10-сы (спорт медицинаһы) бүлмәләрҙә ҡабул итә. (347)235-60-07 телефоны буйынса ла консультация алырға була.


Вернуться назад