Федераль почта элемтәһенең Башҡортостандағы идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 3–9 майҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм тыл эшсәндәре Еңеү көнө айҡанлы Рәсәй Президентынан ҡотлау хаты аласаҡ.
Бөтәһе 96 меңдән ашыу “Президент хаты” тапшырыла. Ҡотлауҙы почтальондар адресаттарҙың ҡулына тапшырырға тейеш. Кемдәрҙер ваҡытында алмаһа, ҡотлау бер ай дауамында почта бүлексәһендә һаҡланасаҡ. Рәсәй почтаһы хеҙмәткәрҙәре ветерандарҙың яңы адрестарын асыҡлау, ҡотлауҙы мотлаҡ тапшырыу йәһәтенән мөмкин булғандың барыһын да эшләргә әҙер.