“Балаларым — күҙем ҡаралары”21.12.2011
“Балаларым — күҙем ҡаралары”Атаһы исемендәге урамда йәшәй Рәми Ғариповтың өлкән улы Салауат. Учалы районының Иманғол ауылында яңы урам төҙөлгәс, уға ниндәй исем бирергә тип аптырашмайҙар. Иң беренсе йорт күтәргән, урамға нигеҙ һалған Салауат атаһының 65 йыллығы уңайынан уның исемен тәҡдим иткәс, барыһы ла хуплап ҡаршы ала.

“Минең төҫөм, минең күҙ ҡарашым,
Мин ҡабыҙған нур бит күҙеңдә”


Рәми Ғариповтың юбилей көндәре етә башлаһа, мәктәптәргә, мәҙәниәт йорттарында үткәрелгән төрлө сараларға Салауатты ла осрашыуға саҡыралар. Шундай саҡта ул Рәми ағайҙың: “Кеше бул һин, улым. Бер ҡасан да үҙеңдең кешелек намыҫыңа тап төшөрмә! Мин үҙем шулай йәшәргә тырыштым, шулай йәшәнем һәм йәшәрмен”, — тигән һүҙҙәрен иҫкә төшөрә. Атай һабаҡтарын хәтерләп, илеңде, ереңде яратырға, телеңде, нәҫелеңде белергә, бер ҡасан да алдашмаҫҡа өйрәтеүен һөйләй. Рәми ағайҙың яратҡан көйҙәрен ҡурайҙа ла уйнап ишеттерә.
— Шөкөр, беребеҙ ҙә атай рухына тап төшөрмәнек. Уның исеменән файҙаланғаныбыҙ ҙа булманы. Беҙҙең күренекле шағирҙың балалары икәнлегебеҙҙе лә белмәнеләр. Үҙ көсөбөҙ менән аяҡҡа баҫтыҡ, атай аманатына тоғро ҡалдыҡ, — ти Салауат.
Биш баланы аяҡҡа баҫтырған ир-уҙаман үҙе лә атаһының һабаҡтарын иҫендә тотоп йәшәй. Инде алтынсы тиҫтәһен ваҡлаған өлкән улдың ҡыҙҙары — Миләүшә менән Нәркәс ғаиләле булып үҙаллы донъя көтә. IХ класта уҡыған Артур исемле улы, атаһы юлынан китеп, элемтәсе һөнәрен һайлаған.
Нәркәсе Учалыла төпләнгән. Ул да — элемтәсе. IV класта уҡыған Тимур исемле ул үҫтерә. Миләүшәһе — Белоретта.
Икенсе ғаиләһендәге Рөстәм менән Русланды ла, атайҙарса хәстәрләп, аяҡҡа баҫтыра. Улар ҙа элемтәсе һөнәренә эйә булған. Уртаҡ балалары Юлай әле олатаһы исемендәге 1-се башҡорт республика гимназияһының IХ класында уҡый.
Ҡасандыр Салауат үҙе лә ошонда белем ала. V–VII кластарҙа данлыҡлы мәктәп-интернатта уҡығас, артабан яңы асылған 20-се ҡала башҡорт гимназияһына күсә. Яратҡан һөнәренә эйә булыр өсөн Өфө радиотехника техникумына уҡырға инә. Уны тамамлағас, Мәсетле районында эшләй. Хеҙмәт юлында бөтә баҫҡыстарҙы үтеп, элемтә үҙәге начальнигы вазифаһына тиклем күтәрелә. Артабан уны Учалыға күсерәләр. Бында ла 14 йыл элемтә үҙәген етәкләй. Шул йылдарҙа ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетының физика һәм оптик бәйләнеш техникаһы факультетын тамамлап, юғары белемгә эйә була. Бөгөн Урал ҡасабаһында үҙ һөнәре буйынса хеҙмәт юлын дауам итә. Эштәге уңыштары өсөн “Рәсәй Федерацияһының элемтә оҫтаһы”, “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған элемтәсеһе” тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ була.
Күңеленә ҡыйын саҡтарҙа, атаһы иҫенә төшкәндә, Салауат йыш ҡына ҡулына ҡурайын ала, Рәми ағайҙың яратҡан йырҙары “Сыбай ҡашҡа”, “Бейеш” һәм башҡа оҙон көйҙәрҙе һыҙҙыра. Бала сағында йыр-моң өҙөлмәгән өйҙәрен хәтерләй.
— Кемдәр генә булмай ине беҙҙә: композиторҙар, йырсылар, шағирҙар, яҙыусылар, — ти ул. — Шундай күренекле кешеләрҙе күреп, улар менән аралашып үҫтек. 1-се мәктәп-интернатҡа барғас, данлыҡлы ҡурайсы Әҙһәм Исҡужиндың түңәрәгенә йөрөнөм. Халыҡ көйҙәренә һөйөү шул саҡтан күңелемә һеңгән. Уҡығанда шиғырҙар ҙа яҙғыланым. Улар “Башҡортостан пионеры” гәзитендә баҫылып сыҡҡыланы.
Әле уның Юлайы ҡурайҙа һыҙҙыра. Олатаһының шиғырҙарын да ятҡа белә.
Рәми ағай арабыҙҙан киткәндә өлкән улы Салауатҡа 21 йәш була.
— Бер үкенесем ҡалды, — ти ул. — Һуңғы тыуған көнөнә килә алманым. Сирләп торһам да, билет та алғайным, тик, һауа торошо насар булыу сәбәпле, самолет османы. 18 февраль минең тыуған көн ине. Ә 20-һендә ҡайғылы хәбәр килде...
...Рәми ағайҙың балалары хаҡында яҙғанда, шағирҙың уларҙы күҙ ҡараһы менән сағыштырыуы юҡҡа түгел, сөнки балалары — уның өсөн донъялағы иң ҡәҙерле, иң ғәзиз кешеләр. Салауатҡа, Азаматҡа, Гөлнараға айырым-айырым арнап яҙған шиғырҙарын йыш осратырға мөмкин китаптарында. Ә көндәлектәренә теркәгән яҙмаларын һоҡланмайынса уҡыу мөмкин түгел. Шул тиклем нескә хис-тойғо менән балаларының хатта йоҡлаған мәлен һоҡланып һүрәтләүенә, күңелендә шул тиклем наҙ, һөйөү йөрөтөүенә һәм ошо тойғоларын яҙып ҡалдырырға ваҡыт табыуына таң ҡалаһың. Был көндәлектәр Рәми ағайҙың балалары өсөн генә түгел, ә бик күптәр өсөн әле лә фәһемле, файҙалы, ғибрәтле бер дәреслек, тәрбиә әсбабы кеүек.
Атай тәрбиәһе балалар менән йыш аралашыуҙан ғына тормай. Кеше шәхси өлгөһө, үҙен тотошо менән дә тәрбиәләй бит. Гөлнараның Азамат ағаһын ир-ат идеалы итеп күреүе лә юҡҡа түгел. Салауат ағаһы өйҙән иртә сығып киткәс, атайҙан ҡалған бәләкәй ҡыҙға өлгө алырлыҡ кеше булып Азамат ағаһы ҡала. “Булһам да мин үҙем көл-күмер, башығыҙҙан һыйпау — бер ғүмер!..” — тип яратҡан атайҙан тап шундай балалар ғына үҫергә мөмкин. Сабыйҙарының хатта төштәрҙе лә башҡортса күреүенә һоҡланған атай уларҙа телгә, моңға һөйөү тәрбиәләгән. Бәләкәс Гөлнараһы өсөн:
“Ҡыш килгәс,
Ҡар яуғас,
Бар ағас
Яланғас”, —
тип тиҙ генә ятлап алырлыҡ шиғыр яҙып та башҡорт теленең матурлығын, аһәңлеген, моңон күрһәткән.
Тормошта ижад кешеләренең балаларына бер ҙә еңел түгел. Улар ғүмер буйы оло яуаплылыҡ тойоп йәшәй. Ата-әсәһенең тормош-көнкүрешен, йәшәү рәүешен күреп, эш-хыялдарын белеп, уй-ғәмәлдәрен тыңлап, үҙ йәштәштәренә ҡарағанда күпкә иртәрәк етдиләнә, уйлы, фекерле, ғәмле булып үҫәләр. Рәми ағайҙың балалары Салауат, Азамат һәм Гөлнара, атайҙарының аманатына тоғро ҡалып, кешелек намыҫына тап төшөрмәй ғүмер кисерә.

“Юҡ, моңайма, шатлан, тиеп
Ҡул һуҙа һымаҡ улым...”


Рәми Ғариповтың тыуған ауылы Арҡауылдағы йорт-музейында булғанда, уның “Һарғамыш” совхозында комсомол ойошмаһы секретары вазифаһын башҡарғанда сығарған стена гәзитен күрергә тура килгәйне. Төртмә телле шиғырҙары менән бергә йөкмәткеле хәбәрҙәре лә матур һүрәттәр менән биҙәлгән. Шағирҙың архивын яҡындан белгән ҡәләмдәш дуҫтарының әйтеүенсә, блокнотҡа яҙылған шиғырҙары эргәһенә лә, Пушкиндыҡы кеүек, һүрәттәр төшөрөлгән. Бала саҡтағы көндәлек яҙмаларында ла осратырға мөмкин төрлө-төрлө рәсемдәрҙе.
Рәми ағайҙың һүрәт төшөрөүгә һәләте уны күренекле рәссам Әхмәт Лотфуллин менән яҡынайтҡандыр ҙа. Оҫтаханалағы әңгәмәләр ваҡытында Әхмәт ағай шағирҙың бәләкәй улы Азаматтың һүрәттәренә иғтибар итә. “Малайыңдың һәләте бар, уны үҫтерергә кәрәк. Ошо юлдан китһә, яңылышмаҫ”, — тип фатиха ла биреп ҡуя. Азамат — ауылда тыуған берҙән-бер бала, атаһы Арҡауылға эшкә ҡайтҡас донъяға килгән.
Әммә тиҙҙән Ғариповтар ғаиләһе йәнә баш ҡалаға юллана. Өфөлә башҡорт балалары үҙ телендә белем алһын өсөн Иҙел Агишев, Мөхәммәт Исҡужин, Рәми Ғарипов кеүек бер төркөм зыялыларҙың тырышлығы менән асылған мәктәпкә уҡырға бара Азамат. Туған телен белһен, һөйләшһен, уҡыһын тип, Өфөнөң бер осонан икенсеһенә тиклем юлға бер сәғәт тирәһе ваҡыт үтһә лә, милли рухлы ата-әсә балаларын 20-се башҡорт мәктәбенә йөрөтә.
Әхмәт Лотфуллиндың кәңәшен тотоп, Рәми ағай Азаматын 4-се республика художество интернат-мәктәбенә алып бара, ләкин баланы, һәләтенә лә ҡарап тормай, унда алмайҙар. Йәнәһе лә, ҡаланыҡыларға бында уҡырға рөхсәт юҡ.
Әммә һүрәт төшөрөргә оҫта малайҙы үҙе белем алған мәктәптә лә күрмәй ҡалмайҙар. IV–VI кластарҙа уҡығанда мәктәп стена гәзитенең мөхәрририәт ағзаһы итеп һайлап ҡуялар. Насар өлгәшкәндәрҙе, дәрескә һуңға ҡалғандарҙы, тәртип боҙғандарҙы тәнҡит утына тотоп яҙып сығалар.
— Атайым был эштә миңә ярҙам итә торғайны, — тип хәтерләй Азамат. — Ул шиғыр юлдары менән биҙәй, мин һүрәт төшөрәм. Ҡайһы саҡта гәзитебеҙ өс ватман булып китә. Класс етәксебеҙ Мәликә Ғибәт ҡыҙы Йосопова, эшебеҙҙе ҡеүәтләп, дәртләндереп тора. Тик беҙҙең тырышлығыбыҙ кемдәргәлер оҡшамай. Гәзитебеҙҙе элеүгә ике-өс сәғәт тә үтмәй, тәнҡит утына эләгеүселәр уны шунда уҡ юҡ итә торғайны.
Мәктәпте тамамлағас, һәләтен артабан үҫтереү ниәтенән Азамат Өфөләге 2-се педагогия училищеһына уҡырға инә. Художество дәрестәренән Роза Ғәзиз ҡыҙы Ураҡсинала белем ала. Училищены ҡыҙыл дипломға тамамлай. Артабан Башҡорт дәүләт педагогия институтының художество-графика факультетында уҡый. Армия сафында хеҙмәт итеп ҡайта. 1988 йылдан бирле 2-се балалар художество мәктәбендә эшләй. Әле уның директоры.
Училищела, институтта уҡығанда уҡ портреттар төшөрөү, скульптура һындары яһау менән мауыға Азамат. Атаһы Рәми ағайҙың портреттары, мәҫәлән, Арҡауылдағы, уның исемен йөрөткән 1-се башҡорт республика гимназияһының музейҙарында урын алған. Әсәһе, Салауат ағаһы, Гөлнара һеңлеһенең ғаилә портреттары менән училищела диплом яҡлай.
(Аҙағы бар).
Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА.


Вернуться назад