Үпкәләп тә ҡуйырлыҡ, әммә, ысынлап та, шәл Ырымбур өлкәһендә бәйләнеп, Рәсәйгә, башҡа илдәргә таратылыуы арҡаһында дан ҡаҙанды. Совет осоронда уға йыр сығарып, исемен әлеге төбәк атамаһына ныҡлы бәйләнеләр. Ә мин быға риза булмай йәшәйем, сөнки шәл бәйләү иҫ белгәндән әсәй-апайҙарымдың шөғөлө булды.
Бөйөк Ватан һуғышынан һуң, 60-сы йылдарҙа, беҙҙең Һаҡмар буйындағы башҡорт ауылдарында ҡатын-ҡыҙҙың 70–80 проценты тирәһе шәл бәйләү менән көн күрҙе. Саҡмағош, Аҡбура, Тирәкле һәм Үтәғол ауылдары халҡының ҡатын-ҡыҙына төплө эш булманы. Сараһыҙҙан улар шәлгә тотоноп, шуны һатып донъя көттө. Шәл бәйләү — бер, ә дебетен кәзәнән тарап, таҙартып, иләп, тағы уға "шлемка" тигән епте сиратып ҡушҡас ҡына, бәйләр өсөн йомғаҡ урала. Әлбиттә, эш еңелдән түгел. Иң тәүҙә уның ситен, һуңынан уртаһын бәйләйҙәр. Уныһы бөткәс, икеһен ҡуша тегеп, шәлде ҡабартырға тотоналар. Хәйләгә лә баралар: тиҙерәк ҡабарһын өсөн ҡаты ҡарға алып сығып тапайҙар. Ҡыуандыҡҡа, баҙарға алып барып тиҙерәк һатырға теләктәре. "Аҡса итергә кәрәк", — тиҙәр ине беҙҙә. Үтә ҙур булмаған район үҙәге — Ҡыуандыҡ ҡалаһы — ысын мәғәнәһендә шәлдең баш ҡалаһы булды. Ошонда тирә-яҡтан алыпһатарҙар килеп, шәлде һатып алып китә торҙо.
Был кәсеп ҡатын-ҡыҙҙы аралаштыра торғайны. Улар бер-береһен бәйләргә өйрәтте, донъя хәлдәре тураһында һөйләште, серҙәре менән уртаҡлашты. Оҙон ҡышҡы кистәрҙә шәм яҡтыһында бер өйгә йыйылалар ҙа бәйләйҙәр. Төрлө хәбәр ҙә һаталар. Бер отҡорораҡ баланан Һәҙиә Дәүләтшинаның "Ырғыҙ" романын, Зәйнәб Биишеваның китаптарын, "Ағиҙел" журналын уҡыта торғайнылар. Ул саҡта эскелек булманы, ә бергәләп сәй эсеүҙәр тәбиғи хәл ине. Ләкин урындағы Совет вәкилдәре шәл бәйләүҙе тыйырға маташты. Бәләкәй Саҡмағош ауылына килеп, кәзәләрен тартып алып, ит комбинатына оҙаттылар. Әммә райондағы башҡорт ауылдары Ҡыуандыҡҡа шәлдәрен илтә торҙо. Унда ла һатыусыларҙы тотоп, әйберҙәрен тартып алған осраҡтар күп булды. Һуңынан Ырымбур хөкүмәте, халыҡты тыя алмағас, шәлдән файҙа алырға уйланы, ҡаласыҡтарҙа, ҡалаларҙа шәл бәйләү цехтары асты, кәзә үрсетеү хужалыҡтары булдырҙы. Был осорҙа өлкәләге бүтән милләт ҡатын-ҡыҙы ла шәл бәйләү менән мауығып китте. Улар араһында оҫталар ҙа табылды. Насар эш түгел ине, әлбиттә. Ә беҙҙең әсәй-апайҙар күргәҙмәләргә йөрөргә тартынды. Улар өсөн иң мөһиме — шәлде баҙарға сығарып һатыу ҙа аҡсаһын кәрәк-яраҡҡа тотоноу.
Шәл тарихында беҙҙең ҡатын-ҡыҙ тәүге урында тора. Алығыҙ Зәйнәб Биишеваның "Кәмһетелгәндәр"ен. Бәләкәс Емеш үгәй әсә ҡулы аҫтында шәл бәйләргә тотона. Ул геройҙың йәшәгән йылдарына хәҙер йөҙ йыл. Артабан, сит өлкәлә йәшәһәк тә, беҙ туған матбуғаттан айырылманыҡ. "Ағиҙел" журналындағы бер әҙәби әҫәрҙә башҡорт ҡатын-ҡыҙының быуаттар төпкөлөндә үк шәл бәйләгән саҡтарында таҡмаҡ сығарып йырлауҙары тураһында яҙылғайны.
Шулай итеп, кемгәлер ҡабарып торған дебет шәл Ырымбур шәлелер, ә миңә — беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың быуаттан-быуатҡа эйәреп килгән шөғөлө, кәсебе, күҙ ҡараһы. Бына шулай!