“Һәр беребеҙ унауҙы яҙҙырабыҙ”, — тине башҡорт ҡоролтайы ағзалары07.05.2013
“Һәр беребеҙ унауҙы яҙҙырабыҙ”, — тине башҡорт ҡоролтайы ағзаларыҠала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының сираттағы ултырышына барып, “Башҡортостан”ды алдырыу-алдырмауҙарын һорашып та өлгөрмәнем, ойошманың иң әүҙем ағзаһы, билдәле шәхес, тыуған яҡты өйрәнеүсе, тарихсы Рамазан Үтәғолов кеҫәһенән гәзиткә яҙылыуын раҫлаған квитанцияһын тартып та сығарҙы.

— Ҡоролтай ағзаһы булып та, нисек инде республикабыҙҙың йөҙөн билдәләүсе милли матбуғатҡа яҙылмайһың?! — тип шаулашты башҡалар ҙа.
Башҡарма комитет рәйесе Ирек Бикмәтов әйтеүенсә, йыл һайын улар гәзит уҡыусыларҙы арттырыу маҡсатында эш алып бара. Һәр беребеҙ, үҙенән тыш, ун кешене яҙҙыртырға тейеш тигән талабыбыҙ ҙа бар. Бөгөн барыбыҙ ҙа “Башҡортостан”ға дәррәү яҙылдыҡ, — тине ул.
Әлбиттә, Сибайҙа гәзит-журнал таратыу буйынса эште яҡшы тип булмай. Мәҫәлән, Көнсығыш биҫтәһендә йәшәгәндәр яратҡан баҫмаларын аҙнаһына бер тапҡыр ғына ҡулына ала, улары ла ҡайһы ваҡыт теүәл килмәй. Әммә, беткә үс итеп, тунды утҡа яҡмай сибайҙар. Башҡорт телендә сыҡҡан матбуғатты күпләп алдыралар, уны таратыуға үҙ өлөшөн индерәләр.
Ҡоролтайҙың иң әүҙем ағзалары Рәсимә Айсыуаҡова менән Таңһылыу Ғәйнуллина һуңғы ваҡытта гәзиттә уҡымлы мәҡәләләрҙең артыуын, тәнҡиткә күберәк урын бирелә башлауын билдәләне.
— Интернет заманында йәшәһәк тә, гәзитте ҡулға тотоп уҡымаһаҡ, ирем дә, үҙем дә тулы ҡәнәғәтлек кисермәйбеҙ. Рухи аҙыҡһыҙ йәшәп булмай, — ти Рәсимә Айсыуаҡова.
Милләтебеҙҙе ҡурсалаусылар, телем, илем, халҡым тип яныусылар, “Башҡортостан” гәзитенә берҙәм яҙылып, йәнә үҙҙәренең гражданлыҡ тойғоһон нығытты. Халҡыбыҙҙың киләсәген һүҙ һөйләп түгел, ә аныҡ эштәр башҡарып ҡына һаҡлап ҡалырға мөмкин. Шул иҫәптән — милли матбуғатты ла.


Вернуться назад