Бәләкәй Сара07.05.2013
Ел ҡапҡаны һаҡ ҡына асып, йәм-йәшел бәпкә үләне ҡаплаған ихатаға үтәм. Ҡапҡаға ҡаршы асыҡ тәҙрәнән осоп китерҙәй булып, елкәндәй ап-аҡ пәрҙәләр елберҙәй. Шунан ағылған моңло йырҙан кинәт туҡтап ҡалам:
Һинһеҙ үтә, тиңһеҙ үтә
Иртәләрем, кистәрем...
Өйгә инергә баҙнат итмәйенсә, һап-һары итеп ҡырып йыуылған күтәрмәгә барып ултырам. Солан, өй ишеге лә шар асыҡ. Моңло йыр, өй эсенә һыймайынса, ишектән дә, тәҙрәнән дә ағылған кеүек:
Айына түҙәм, йылына түҙәм,
Мәңгелеккә нишләрмен...
Шул саҡ өй эсенән һулҡылдап илаған тауыш ишетелә. Мин ашығып инәм һәм, ишек яңағына һөйәлеп, һүҙһеҙ ҡалам. Асылмалы тәҙрәгә ҡаршы өҫтәл артында, башын өҫтәлгә һалып, үкһеп-үкһеп илап ултырған Сара әбейҙе күргәс, нимә эшләргә белмәй ҡаушайым. Өҫтәлдәге радиоалғыс алдында фотоһүрәт тора. Кемдер барын һиҙепме, Сара әбей кинәт ишеккә боролоп ҡарай һәм, ашығып күҙ йәштәрен һөртә-һөртә, миңә ҡаршы атлай.
— Бәй, ҡунаҡ бар икән дә. Ә мин бында балауыҙ һығып ултырам. Шул инде яңғыҙ кешенең тормошо. Бер йырлайым, бер илайым, — тип ике ҡуллап күрешеп, арҡамдан яратып, түргә әйҙәй. Мин һүҙһеҙ генә күстәнәстәремде өҫтәлгә ҡуям да уға төбәләм.
— Еңеү көнө яҡынлаша бит. Күңелем тулып китте. Өмөтөм тағы яңырҙы. Инде илле йылға яҡын ғүмер үтһә лә, "бәлки" тигән өмөт үлмәй шул...
Әйтеп, һөйләп ҡалырға ашыҡҡандай, өҫтәленә сәй әҙерләй-әҙерләй, Сара әбей зарҙарын теҙә:
— Эй, был һуғыш тигәнең, боҙҙо бит беҙҙең яҙмыштарҙы. Үлеү хәбәре килгәндәр һау-сәләмәт ҡайтып төшкән осраҡтар булды. Хәбәрһеҙ юғалғандарҙан да әйләнеп ҡайтыусылар бар бит... Бәлки, иҫәндер әле, яңылыш хәбәр булғандыр тип, көтәм дә көтәм, көтәм дә көтәм. Гел ҡайтып керер кеүек. Эшкә барһам, гелән ашығып ҡайтам, бәлки, ихатала көтөп торалыр, тим. Улым, берҙән-берем, Илһамым, бала ғына килеш ауырып үлеп китте, үпкәһенә һалҡын тейеп. Ҡарау ҙа етешмәгәндер инде сабыйыма. Беҙ бит, "бөтәһе лә — фронт өсөн, бөтәһе лә — Еңеү өсөн" тип, көн-төн тимәй, ал-ял белмәй эшләнек. Кистәрен ултырып, ҡатын-ҡыҙ күмәкләшеп ойоҡбаш, бирсәткә, бейәләй бәйләй торғайны. Улар эсенә йылы, матур хаттар яҙҙырып тыға ла фронтҡа ебәрә инек. Эй, мин бәйләгән ойоҡбаш, бейәләй Ғүмәремә барып юлыҡһын ине, тип теләй торғайным эсемдән. Хоҙай яҙмаған эш булмаҫ, бәлки, ул кейеп ҡыуаныр тип өмөтләнә инем.
Көтмәнем түгел, көттөм, ҡыҙым. Көнө-төнө көттөм мин Ғүмәремде. Ел-дауылдар, бурандар тәҙрә, ишегемде ҡаҡҡанда ла, ул ҡағалыр кеүек ине. Йүгереп сығып өндәшер инем. Тик бер яуап юҡ. Бер көн ҡайтып керһә, ҡатыным ялҡауға әйләнгән икән, тип уйламаһын тип, тырышып донъя көттөм. Һыйырын да аҫраным, һарығын да, ҡош-ҡортон да. Ауылда унһыҙ булмай. Һыйлы көнөң һыйырҙа бит. Ғүмәрем ҡайтып керһә, һалҡын ҡатыҡтан айран эшләп бирермен, тәмле ҡаймаҡ ултыртырмын өҫтәлгә тип, запасһыҙ торманым, тырыштым. Ирлеләр менән ярышып донъя көтә, нимәгә икән уға мал-тыуар, ҡош-ҡорт, тип һүҙ ҙә ишеттерҙеләр. Бирешмәнем, эш менән баҫтым күңелем һағыштарын, йөрәгем ярһыуҙарын.
Сара әбейҙең һүҙҙәренән күңел тулып китә. Әбейҙе яурындарынан ҡосаҡлап алам да өнһөҙ генә баҫып торабыҙ. Ул бер аҙ тыныслана, мине табынға саҡыра, сынаяҡтарға сәй ҡоя.
— Күрәһеңме ҡаршы тауҙағы ҡарағай урманын? Ғүмәрем һуғышҡа киткәндә бер ағасһыҙ тау ине ул. Бөтә ауыл менән күмәкләп ағас ултырттыҡ. Ана ниндәй матур урман булып ултыра! Ғүмәрем ҡайтып күрһә, аптырар инде...
Уның йондоҙҙай күҙҙәренә тағы йәш эркелә. Әбей сигелгән алъяпҡысы итәге менән йәштәрен һөртә лә, ғәйепле йылмайып:
— Бына шулай, көтә-көтә илаҡҡа, моңлоға әйләнеп бөттөм инде, — тип өҫтәй.
Эйе, бик матур йырлай ине Сара әбей. Байрам табындарында, мәжлестәрҙә бер инәлтеп торманы. Йырла әле, Сара, тиһәләр, моңло итеп һуҙып ебәрер ине. Ауылыбыҙҙа Сара исемлеләр күп булғас, уларҙың һәр береһен ирҙәренең исемен ҡушып йөрөтәләр ине: Мөхәмәҙиә Сараһы, Рауил Сараһы, Бәхетгәрәй Сараһы, Ғүмәр Сараһы... Сара әбейҙе ҡатын-ҡыҙ үҙ-ара "бәләкәй Сара" тип тә йөрөтә ине.
Ысынлап та, бәләкәй генә ине ул буйға. Олоғайғас та бит остары янып, күҙҙәре йондоҙҙай балҡып торҙо. Асыҡ йөҙлө, мөләйем, матур, татлы телле ине әбейебеҙ. Кешене өмөт йәшәтә бит, өмөтөм һүрелмәгәс, йәшәйем әле, тиер ине. Һәйкәл ҡуйырҙай тол ҡатындар илебеҙгә һибелгән дә һәр ауылда өмөт йондоҙо булып балҡығандай тойолоп китә, Сара әбейҙе иҫкә төшөрһәм. Оло йөрәкле бәләкәй Сара тоғролоҡ һәйкәле булып һынлана күҙ алдымда.