Өфө акцияға ҡушылды03.05.2013
Башҡортостанда “Таҙа республика өсөн!” экологик акцияһы үтте. Был көндө ҡала һәм райондар халҡы өмәгә сыҡты, биләмәләрҙе, парктарҙы, скверҙарҙы, юлдарҙы, урмандарҙы төҙөкләндереүҙә, ағас, ҡыуаҡ ултыртыуҙа ҡатнашты.

Баш ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, дөйөм республика күләмендәге сараға Өфө лә әүҙем ҡушылды. Предприятие һәм ойошма хеҙмәткәрҙәре, ҡала халҡы урам-ихаталарҙы сүп-сарҙан таҙартты. Акцияла уҡытыусылар һәм уҡыусылар, студенттар, табиптар, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре әүҙем ҡатнашты. Өфөлә генә экологик өмәгә 53 мең кеше сыҡты, 814 берәмек техника йәлеп ителде. Баш ҡаланы йәшелләндереүгә айырым иғтибар бирелде: 2,5 меңдән ашыу төп ағас һәм 1,6 мең ҡыуаҡ ултыртылды.


Вернуться назад