Һатыусыһы ла, алыусыһы ла етерлек03.05.2013
Башҡортостанстат белдереүенсә, йылдың тәүге кварталында ҡулланыусылар баҙарының аҙыҡ-түлек сауҙаһында инфляцияның аҡрынайыуы күҙәтелгән. Хәл тотороҡло: алыусыһы ла, һатыусыһы ла етерлек.
Йыл башынан ондоң хаҡы 11,7 процентҡа артты, туҡмас ризыҡтары — 4,9, икмәк төрҙәре 5,6 процентҡа ҡиммәтләнде. Тары, һоло, арпа һәм манный ярмаһына хаҡ март айында 2–5,1 процентҡа күтәрелде. Йыл башынан иҫәпләгәндә, улар 6,7–14,5 процентҡа ҡыйбатланған.
Йәшелсәгә лә хаҡ күтәрелә. Помидор, башлы һуған, ҡыҙыл сөгөлдөрҙөкө 1,9–3,2 процентҡа артһа, картуф — 4,8, кишер 8,9 процентҡа ҡиммәтләнде. Ә бына һарымһаҡ — 1,4, ҡыяр 18,9 процентҡа арзанайҙы. Алма, груша, банан һәм әфлисунға хаҡ та 1,4–5,2 процентҡа түбәнәйҙе. Сусҡа һәм тауыҡ ите йыл башынан 4,7 һәм 5,6 процентҡа арзанайҙы.
Әйткәндәй, Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев яуаплы министрлыҡтарға һәм Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәткә 25 июнгә тиклем ит аҙыҡ-түлегенә ваҡлап һатыу хаҡын тикшерергә һәм уның үҫешенә анализ үткәрергә ҡушты.