Данлы исем тергеҙелде!03.05.2013
Быйылғы Яҙ һәм хеҙмәт байрамы халыҡ хәтерендә айырым урын алыр, моғайын: ил Президенты Владимир Путин Рәсәй Федерацияһы тарихында тәүге тапҡыр бер төркөм хеҙмәткәрҙәргә “Хеҙмәт Геройы” исеме бирелеү тураһында грамота һәм миҙал тапшырҙы. Бындай тантананың Советтар Союзы тарҡалғандан бирле булғаны юҡ ине.
Хеҙмәт алдынғыларының “тәүге ҡарлуғастары” — бишәү. Юғары исемгә иң лайыҡтарҙы һайлау еңелдән булмаған, сөнки илдә талантлылар, эштәре менән танылғандар ифрат күп. Әлегә “Хеҙмәт Геройы” исеме Мариинск театрының художество етәксеһе Валерий Гергиевҡа, Бурденко исемендәге Нейрохирургия институты директоры Александр Коноваловҡа һәм өс эшсегә — “Рәсәй-агро” йәмғиәтенән механизатор Юрий Коновҡа, “Котинская” шахтаһынан машинист Владимир Мельникка, Силәбе өлкәһендәге приборҙар эшләү заводы токары Константин Чумановҡа бирелде.