Абруй бар ҙа …ҡәҙер юҡ03.05.2013
Бер көн телефон шылтырай.
— Ҡустым, — ти бәйләнештең икенсе яғында яғымлы тауышлы апай, үҙе менән таныштырғас. — Күршем бәләгә тарыны. Уға ярҙам итергә кәрәк ине. «Башҡортостан»дың абруйы ҙур бит, ауыр мәсьәләне хәл итер өсөн һеҙгә мөрәжәғәт итмәй булмай.
Мөмкин тиклем ярҙам ҡулы һуҙырға вәғәҙә биреп, апайҙың, дөрөҫөрәге, күршеһенең өйөнә юл тоттом. (Кем шылтыратҡаны, күршеһе ниндәй бәләгә тарығаны хаҡында яҙып тороу артыҡтыр, маҡсатым башҡа.)
Әйткән һүҙ — атҡан уҡ, мәсьәләнең айышына төшөнөп, кәрәкле мәҡәләне яҙып ебәрҙем редакцияға. Сығып та китте, журналистарса әйткәндә, проблемалы материал.
…Мәҡәлә сыҡҡан көндө апай йәнә шылтыратты. Күршеләре исеменән ярҙам өсөн рәхмәт әйтте, ижади уңыштар теләне. Һәм… «Ҡустым, бер гәзит (бер дана – Авт.) булмаҫмы икән? Күршеләргә уны хакимиәткә алып барып күрһәтергә кәрәк ине», — тип ярып һалмаһынмы. Бына һиңә рәхмәт, бына һиңә ҙур абруй. Аяҙ күктә йәшен атҡандай булды был хәбәр.
Баҡтиһәң, апай ҙа, күршеләре лә «Башҡортостан» гәзитен бөтөнләй алдырмай икән (ә шулай ҙа баҫманың абруйы хаҡында яҡшы хәбәрҙар), мәҡәләнең донъя күреүе тураһында ла кешенән ишетеп белгәндәр. Ғөмүмән, өс көн эҙләнеләр былар гәзиттең кәрәкле һанын. Һатып алырҙар ине – киосктарҙа юҡ (республиканың почта киосктарында баҫма ни бары 100 дана ғына таратыла), яҙылырға теләктәре тыуҙы – тик һуң, гәзит алдағы айҙан ғына килә башлай. Ғөмүмән, тишек кәмәлә торҙо ла ҡалды ярҙам һораусылар (ярҙам алыусылар тиһәк тә була). Ат бар — арба юҡ, ҡаҙан ҡайнай — ярма юҡ һымаҡ килде лә сыҡты. Шуның өсөн дә шатлыҡ-ҡайғыны уртаҡлашып, ауыр мәлдәрҙә бер-беребеҙгә терәк-таяныс булып, ҡулға-ҡул тотоношоп йәшәһәк ине, мөхтәрәм гәзит уҡыусылар. Мәҡәлә геройҙары һымаҡ уңайһыҙ хәлдә ҡала күрмәгеҙ...