Шихандар — беренсе урында03.05.2013
Хәбәр итеүебеҙсә, урыҫ география йәмғиәте һәм Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһы киң мәғлүмәт саралары ярҙамында "Рәсәй 10" мультимедиа проектын тормошҡа ашыра башланы. Махсус булдырылған сайтта илебеҙҙең 700-ҙән ашыу тәбиғәт, мәҙәниәт, археология, фәнни-техник үҫеш ҡомартҡыһының фотоһүрәттәре урынлаштырылған.

Интернет селтәре аша бөгөнгө Рәсәйҙең йөҙөн билдәләгән 10 иҫтәлекле урынды һайлап алырға тәҡдим ителә. Еңеп сыҡҡан объекттарҙың миниатюралары Мәскәү эргәһендә "Рәсәй" ландшафт паркын булдырыуҙа файҙаланыласаҡ.
Бөгөн Волга буйы федераль округында, 10 процент тауыш йыйып, Шихандар беренсе урында килә. Тәбиғәт һәйкәле өсөн Интернет селтәрендә 129 меңдән ашыу кеше тауыш биргән. Икенсе урында — Салауат Юлаев һәйкәле. Ул 126 меңдән ашыу тауыш йыйған. Өсөнсө урынға Түбәнге Новгород Кремле сыҡҡан. Уға 105 мең кеше тауыш биргән.
Республикабыҙҙан тағы солоҡсолоҡ, Ирәмәл, Шүлгәнташ мәмерйәһе, "Ләлә-Тюльпан" мәсете, Янғантау, Красноусол минераль һыу сығанағы, "Ирәндек айыуы" алтыны тәҡдим ителгән.
"Рәсәй 10" сайтында тауыш биреү 29 сентябргә тиклем барасаҡ. 24 сәғәт эсендә бер IP-адрес аша өс тапҡыр тауыш бирергә мөмкин. Сайтта көн һайын үҙгәреш булып тора. Ҡайһылыр ҡомартҡының алға сығыуы йә, киреһенсә, бер нисә баҫҡысҡа аҫҡа төшөүе ихтимал. Шуға ла тауыш бирергә ашығығыҙ, дуҫтар!
Л. ХӘЛИТОВА.


Вернуться назад