Өмәләр мәле башланды03.05.2013
Республикала өмәләр осоро башланды. Экологик акциялар иғлан ителгән мәлдән алып ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигондарына 40 мең тонна сүп-сар сығарылған. Халыҡ дәррәү эшкә тотондо. Йорт эргәләре, урам, спорт майҙансыҡтары, аллеялар, парктар таҙартылды. Уҡыусылар, студенттар, ойошмалар — был өмәләрҙең иң әүҙем ҡатнашыусылары. Йыйылған сүп-сар күпселек ваҡыт ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонына оҙатылһа ла, яндырған осраҡтар ҙа йыш була. Йыйғандан һуң уның артабанғы яҙмышы тураһында уйланғанығыҙ бармы?
Яндырырға яраған сүп-сар:
— ҡағыҙ, ағас, башҡа тәбиғи әйбер, металдан эшләнгән консерва банкаһы. Һуңғыларын яндырғас та иҙеп күмергә кәрәк.
Ергә күмергә ярай:
— көнкүреш, аҙыҡ-түлек ҡалдыҡтары. Былтырғы үлән һәм япраҡты яндырыу зарарлы. Уларҙы йыйып күмеү яҡшыраҡ.
Мотлаҡ ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары өсөн тәғәйенләнгән бакка түбәндәге сүп-сарҙы ташларға кәрәк:
— батарейкалар, буш газ баллондары, быяла. Уларҙы яндырырға ярамай, сөнки ҡалдыҡтары айырыуса зарарлы. Ағыулы матдәләрҙең һыуға эләгеүе, үҫемлектәргә, унан инде йәнлектәргә һәм ҡош-ҡорт организмына үтеп инеп, кешегә лә зыян килтереүе ихтимал;
— полиэтилен, бер тапҡыр ҡулланыла торған һауыт-һаба, пакеттар, пластик тараны яндырырға ярамай. Янған мәлдә улар ныҡ зарарлы матдәләр бүлеп сығара;
— поролон, резина, пластик шешәләрҙең ҡапҡастары, клеенка, уйынсыҡтар, иҫке фломастерҙар һәм башҡаларҙы тик ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары өсөн тәғәйенләнгән бактарға ташларға кәрәк. Янған мәлдә улар төрлө ауырыуҙарға сәбәпсе булған матдәләр бүлеп сығара;
— пластик шешә, линолеум, электр үткәргестәрҙе яндырғанда ергә үтә хәүефле ағыу һеңә;
— көнкүреш һәм сәнәғәт химияһы ҡалдыҡтары һәм һауыттары яндырғанда төрлө ауырыуҙарға сәбәпсе булған, кеше организмында үҙгәрештәргә этәргес биргән диоксин бүлеп сығара.

Йыл һайын донъяла 2,1 триллион тонна сүп-сар ташлана. Был һандың күләме артҡандан-арта.
Ҡулланылған яғыулыҡтан тирә-яҡ мөхиткә йылына 30 миллиард тоннанан ашыу зарарлы матдә ташлана.
Донъяла бер кешегә йылына 350 килограмм сүп-сар тура килә. Шуның 10 проценты яндырыла, 10-ы ташлана, 80-е ергә күмелә.


Вернуться назад