Күҫәләрҙе кемдәр ҡурсалар?03.05.2013
Йырҙарҙа йырланып, легендаларҙа һөйләнгән гүзәл һәм йылғыр Йүрүҙән ярҙарын иңләп ултырған Күҫәләр ауылына тәбиғәт үҙ ҡуйынынан һығып сығарған байлығын да, кешеләренең йомартлығын һәм ҡунаҡсыллығын да, шәхестәренең данын да йәлләмәгән.
Ауылдан бер саҡрым алыҫлыҡта ер аҫтынан урғылып ятҡан көкөртлө водород сығанағы үҙе генә лә ни тора! Уны һуғыштан һуңғы йылдарҙа күренекле ғалим, геология-минералогия фәндәре докторы, профессор Георгий Васильевич Вахрушев тәүләп тикшерә һәм кеше сәләмәтлеге өсөн шифалы булыуын иҫбатлай. Сөнки ул көкөрт-водородтан тыш углевод, азот, неон, аргон, гелий кеүек газдарға ла бик бай икән. Сығанаҡты уратып алған батҡаҡ та дауаланыу маҡсатында файҙаланыла. Шуға ла үткән быуаттың 50-се йылдарында Күҫәләр сығанағы Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советының махсус ҡарары менән тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителә.
Бынан бер нисә йыл элек Күҫәләргә терәлеп ятҡан Ҡутҡан-тау һырттарына геологтар килә, һәм нефть эҙләү маҡсатында тәүге вышка ултыртыла. Бөгөн унда тәүлек әйләнәһенә быраулау эштәре бара.
Күҫәләр — 1931—1935 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Мәғариф халыҡ комиссары, артабан ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының пропаганда һәм агитация бүлеге мөдире, ә ҡанлы 1937 йылда Я. Быкин, З. Булашевтар менән бергә нахаҡҡа атыуға хөкөм ителгән башҡорт халҡының тоғро улы Риза Вахит улы Әбүбәкировтың тыуған төйәге лә. Уның тураһында ауылдаштары, үкенескә ҡаршы, күптән онотҡан инде.
Эйе, ваҡыт үткән, йылдар сынйыры һуҙылған һайын беҙ ҙә үҙ тарихыбыҙҙы, халҡыбыҙҙың оло шәхестәрен, донъя мәшәҡәте тигән булып, онота барабыҙ, тәбиғәт байлыҡтарын туҙҙырабыҙ, ер-һыуҙы ҡоротабыҙ, һәм шулар менән бергә үҙебеҙ ҙә кәмеүгә юл тотабыҙ шикелле. Шул уҡ Күҫәләр ауылы үткән быуаттың 60 — 70-се йылдарында ғына шаулап, гөрләп тора ине. Республикала ғына түгел, хатта Рәсәйҙә дан тотҡан "Һарғамыш" совхозының алдынғы бригадаһы булараҡ, бында көтөү-көтөү мал-тыуарын да аҫранылар, баҫыуҙарында емертеп мул уңыш та үҫтерҙеләр. Әммә илдә барған үҙгәрештәр күҫәләрҙе лә урап уҙмай. Тәүҙә Салауат районының өстән бер өлөшөн биләгән гигант хужалыҡ тарҡала. Уның нигеҙендә ҡоролған "Йүрүҙән" совхозы ла оҙаҡ йәшәй алмай. Хәҙер иһә ниндәйҙер ауыл хужалығы йәмғиәте төҙөлгән. Һөҙөмтәлә халыҡҡа эш тә, аш та юҡ. Кем нисек теләй, нисек булдыра, шулай көн күрә.
Яңыраҡ миңә ошо ауылда байрам ҡаршыларға тура килде. Өҫтәл янында бер тына ултырғас, ҡултыҡлашып клубҡа киттек. Ул ауыл уртаһында, Иҙелбайға барған оло юл өҫтөндә икән. Йыуан ҡарағай ағасынан һалынған һәм хәҙер клуб тиһәң хәтере ҡалыр был йорт 20 — 30 йыл элек ауылға йәм биреп, күркәмлек өҫтәп ултырғандыр, бәлки. Ләкин беҙҙе ваҡыт үтеү менән аҫҡы бүрәнәләре серегән, кино будкаһы таланған, ишеге ҡайырылған, тәҙрә быялалары урынына полиэтилен япма ҡоролған, ярыҡ-йороҡ иҙәнле, ҡыйратылған эскәмйәле, яҡшы хужа малын да бәйләмәҫ шөҡәтһеҙ һәм мейесһеҙ ҡараңғы бина ҡаршыланы. Мәжит Ғафури әҫәрҙәре буйынса ғына белеүебеҙсә, революцияға тиклем башҡорт ауылдарында быяла урынына мал ҡарынын ҡуйһалар, Салауат районы клубтарында полиэтилен япма ҡаҙаҡлайҙар икән. Ни эшләмәк кәрәк, химия заманаһы бит! Әйтеүҙәренсә, клубтың мөдире лә, һыңар гармуны ла юҡ. Уға кем хужа — Арҡауыл ауыл хакимиәтеме, ауыл хужалығы предприятиеһымы — осона сыға алманыҡ.
Ошо клуб шәрәмәтенә аяҡ баҫҡас та үҙеңде 50-се йылдарға ҡайтҡандай тоя башлайһың. Йәнем үртәлеүҙән, ирекһеҙҙән, ҡайнар йәш атылып сыға. И-и-х, замана, э-х-х, тормош, көнитмеш. Быға кем ғәйепле?