Ауыл тарихы менән ҡыҙыҡһынайыҡ03.05.2013
Кеше Ер шарының ҡайһы ғына тарафында донъяға килмәһен, барыбер һәр кем өсөн үҙенең тыуған ере яҡын һәм ҡәҙерле. Яҡты донъяға баҡҡанынан алып, оло тормош юлына ныҡлы аҙымдар менән атлап, сит яҡтарға сығып киткәндә лә уның күңелендә тыуып үҫкән ере мәңгелеккә һаҡланып ҡала: ҡат-ҡат төштәренә кереп йонсота, һағындыра.
Тыуған яғын үҙ ғүмерендә бер тапҡыр булһа ла һағынмаған кеше бармы икән был донъяла? Ай-һай, юҡтыр! "Ожмах булһа ла торған ер, һағындыра тыуған ер", "Сит ерҙең сәскәһенән үҙ ереңдең дегәнәге артыҡ", "Тыуған ер — алтын бишек"... Бының ише мәҡәл-әйтемдәрҙе әллә күпме дауам итергә мөмкин. Шиғыр-йырҙарҙа, повесть-романдар араһында тыуған ил, ғәзиз атайсал темаһына арналғандары күп. "Тыуған ил, тыуған төйәк" темаһына мөрәжәғәт итеп, кеше уға ҡарата мәңгелек мөхәббәтен, унда тотҡан урынын белдерә. Был юҡҡа ғына түгел. Тимәк, "тыуған ил, тыуған төйәк" төшөнсәһе — барыһы өсөн дә мәңгелек тема.
Тыуып үҫкән ғәзиз еребеҙ һағыныу-яратыу ғына түгел, ә һаҡлау-ҡурсалауға ла мохтаж. Тыуған яҡтың йылға-күлдәрен, урман-ҡырҙарын экологик йәһәттән таҙа тотоу тигәндә, уны бысратмау, кейек-януарҙарына зыян килтермәү, буштан-бушҡа тәләфләмәү тип аңларға кәрәк. Ләкин шул уҡ ваҡытта үҙ төйәгеңдең тарихын, шәжәрәһен өйрәнеү, тыуған ереңдән сыҡҡан арҙаҡлы шәхестәрҙе асыҡлау, нәҫел-тамырҙарыңды барлау ҙа кәрәк. Бына ошо була ла инде тыуған ереңдең рухи хазиналарын һаҡлау. Арабыҙҙа тыуған яғының тарихын белмәгән, уның менән ҡыҙыҡһынып та ҡарамаған, хатта ауылдарының атамаһы ни өсөн шулай булғанлығын, ҡайҙан килеп сыҡҡанлығын да аңлатып бирә алмаған кешеләр бар. Айырыуса йәштәр араһында. Нимә был — вайымһыҙлыҡмы әллә тәрбиәһеҙлекме?..
"Матур ерҙәр күп булһа ла, тыуған ер берәү генә" тигән юлдар бар билдәле бер йырҙа. Ул беҙҙе үҙенә һәр саҡ әсәйебеҙ кеүек тартып, саҡырып тора. Үҙ төйәгебеҙҙе ҡәҙерләйек, дуҫтар!